Йәмғиәт
21 Февраль 2025, 03:35

Социаль фонд бүлексәһенән атайҙарға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

Бала тыуыу һәм уны тәрбиәләү буйынса социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү тураһында һорауҙар менән  башлыса әсәләр мөрәжәғәт итә. Әммә Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонд тарафынан тормошҡа ашырылған дәүләт ярҙамының күп төрҙәрен атайҙар ҙа алыу хоҡуғына эйә.  Атайҙар ниндәй түләүҙәргә хоҡуҡлы?

Социаль фонд бүлексәһенән атайҙарға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?Социаль фонд бүлексәһенән атайҙарға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?
Социаль фонд бүлексәһенән атайҙарға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие

Әгәр ата-әсәнең икеһе лә эшләй йәки эшһеҙ икән, улар үҙҙәре пособиеға кемдең ғариза яҙасағын хәл итергә тейеш. Атай кеше генә эшләһә, аҡса уға түләнә. Республикала сумма район коэффициенты менән бергә 30,9 мең һум тәшкил итә. 2024 йылда 4 меңдән ашыу ир-егет пособие алған.

Баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие

Аҡса отпуск алған ата-әсәгә тәғәйенләнә. Эшләп йөрөгән ата-әсәгә пособие ике календарь йылы өсөн уртаса эш хаҡынан 40% күләмендә билдәләнә. Эшләмәгәндәргә пособие килемде һәм мөлкәтте комплекслы баһалау һөҙөмтәһендә минималь күләмдә тәғәйенләнә, Башҡортостанда сумма 11,6 мең һум тәшкил итә. 2024 йылда республикала 2,7 мең самаһы ир-егет ошо пособиены юллаған.

Бала тыуыуға һәм уны тәрбиәләүгә бәйле айлыҡ пособие

Пособие ғариза биргән ата-әсәләрҙең береһенә тәғәйенләнеүе мөмкин. Пособие тәғәйенләү өсөн ғаиләнең килеменә һәм мөлкәтенә комплекслы баһа бирелә. Пособиеның күләме төбәктә бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 проценты тәшкил итеүе мөмкин (Башҡортостанда пособиеның максималь күләме — 15,3 мең һум).

Әсәлек (ғаилә) капиталына сертификат

Ир берҙән-бер ата-әсә булһа, сертификат алырға мөмкин. Шулай уҡ ул сабыйы тыуғанда Рәсәй гражданы булырға тейеш. Башҡортостанда 2024 йылда 45 атай әсәлек капиталына сертификат алған. Бынан тыш, 2024 йылдан башлап сертификат хужалары аҡсаны тупланма пенсияны формалаштырыу өсөн тотонорға хоҡуҡлы.

Бала ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы

Әгәр бала ауырыһа, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын ата кеше лә юлларға мөмкин. 8 йәшкәсә бала өсөн пособие ике календарь йылдың уртаса эш хаҡынан 100 процент күләмендә түләнә (эш стажына ҡарамай).

Ғаиләләргә ошо һәм башҡа күп һанлы  социаль ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән рәсми сайтта sfr.gov.ru  һәм фондтың социаль селтәрҙәрендә танышырға мөмкин:

https://t.me/sfr_bashkortostan 
https://vk.com/sfr_bashkortostan 
https://ok.ru/sfr.bashkortostan 

Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте

Автор:
Читайте нас