Йәмғиәт
20 Февраль 2025, 11:11

Акцияла ҡатнашығыҙ!

“Гюлистан” нәшриәте Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан “Быуындарҙың тере хәтере” акцияһын иғлан итте. Ул 2025 йылдың сентябрь айына тиклем дауам итә. Акцияла ҡатнашыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тураһында мәғлүмәт еткерергә кәрәк.

Акцияла ҡатнашығыҙ!Акцияла ҡатнашығыҙ!
Акцияла ҡатнашығыҙ!

Атап әйткәндә,

-һеҙҙең ғаиләнән сыҡҡан Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары;  

-һалдаттың хеҙмәт иткән хәрби часенең номеры, булһа документтары, хаттары;

-һуғышҡа ҡасан саҡырылған, дивизия номеры, ҡайһы ғәскәрҙә хеҙмәт итеүе;

-исем-шәрифе, йәшәгән урыны, дәрәжәһе, биләгән вазифаһы, ҡасан, ҡайҙа тыуыуы, уҡыуы, эш урыны;

-ғаилә хәле, балалары, ейәндәре, бүләләре тураһында – нисә кеше, ҡайҙа йәшәйҙәр, эшләйҙәр, уҡыйҙар;

-наградалары, ҡаҙаныштары;

-мәғлүмәт ебәреүсенең телефон номеры, электрон почта адресын яҙып ебәрергә.

Шулай уҡ ветерандың портрет фотоһы, ғаилә менән төшкән фотолар һалыу кәрәк. Мәғлүмәттәр radgul@mail.ru почтаһына ҡабул ителә.

Автор:
Читайте нас