Әсәй кеше 6 бала табып үҫтергән. Хәҙер һәр ҡайһыһының үҙ донъяһы, үҙ ғаиләһе. Тик әсә кеше ҡартайғас, уны, нигеҙҙә, бер ҡыҙы ғына көтә. Бүтәндәре ниндәйҙер сәбәп таба тора. Был ҡыҙының өйө лә бүтәндәренекенән бәләкәйерәк, көнитмеше лә хөртөрәк. Үҙе эшләй, өҫтәүенә. Ә бүтән балалары, нигеҙҙә, өйҙә, эшләмәй.
Ауырыбыраҡ торғас, ҡыҙы хан һарайындай йорто булған ағайына, әллә әсәй бер аҙ һеҙҙә йәшәп торһонмо, тип мөрәжәғәт итә. Ир кешенең тәүге һүҙе һеңлеһен телһеҙ ҡалдыра: “Пенсияһы ла беҙҙә була инде”. Ә теге әсәй балаһын ҡарағанда йәки ҡараған өсөн унан аҡса һоранымы икән? Теге барыбыҙға ла таныш мәҡәлгә лә заман заңы ҡағылғанмы: “Әсә күңеле – балала, ә бала күңеле… - аҡсала...”