Йәмғиәт
10 Февраль 2025, 04:25

Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?

Бөгөнгө көнгә гостехнадзорҙың Бөрйән районы буйынса хеҙмәтендә 1121 берәмек үҙйөрөшлө машина һәм 69 тағылма теркәлгән. Һуңғы йылда теркәлгән техникалар һаны 15 берәмеккә артты. Ә һуңғы 10 йылда техниканың үҫеше 302 (33 процент) булды. Техникаларҙың ҙур өлөшө физик берәмектәргә тура килә – бөтә техниканың 90 проценты шәхси секторҙа.

Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?

Бөгөнгө көнгә гостехнадзорҙың Бөрйән районы буйынса хеҙмәтендә 1121 берәмек үҙйөрөшлө машина һәм 69 тағылма теркәлгән. Һуңғы йылда теркәлгән техникалар һаны 15 берәмеккә артты. Ә һуңғы 10 йылда техниканың үҫеше 302 (33 процент) булды.

Техникаларҙың ҙур өлөшө физик берәмектәргә тура килә – бөтә техниканың 90 проценты шәхси секторҙа.

2024 йыл дауамында 81 машина теркәлгән, 66 берәмек техника иҫәптән төшөрөлгән. Шул иҫәптән техниканың хужаһы вафат  булыу менән бәйле мәғлүмәттәр базаһын актуалләштәреү өсөн – 18 (һуңғы 2 йылда – 57).

2024 йылда районда гостехнадзор күҙәтеүе аҫтындағы техника ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары һәм бәхетһеҙ осраҡтар теркәлмәне.

Былтыр үҙйөрөшлө машиналар менән идара итеү хоҡуғына 5 имтихан ойошторолдо. Шул уҡ ваҡытта 82 кандидаттан имтихан алынған. Барлығы 152 тракторист-машинист танытмаһы бирелгән (шуларҙың 48-е бындай танытманы тәүге тапҡыр алған). Шулай уҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында белем алыусыларға 2 ваҡытлыса танытма бирелгән.

Әйткәндәй, районда үрҙә аталған уҡыу йортонда үҙйөрөшлө машиналар менән идара итеү хоҡуғына шулай уҡ хужалыҡ иҫәбе (хозрасчет) ысулы менән дә уҡыу мөмкинлеге бар. Шуға ҡарамаҫтан, районда тракторист-машинист танытмаһы булмаған техника хужалары бар әле.

Үткән йылда райондың ауыл биләмәләре ауылдарында техник күҙәтеү графикка ярашлы 3 этапта үткәрелде. Бынан тыш, бер нисә тапҡыр өҫтәмә рәүештә урындарға сығыуҙар ойошторолдо. Һөҙөмтәлә, шәхси хужалыҡтарҙағы 900-ҙән артыҡ техника ҡаралды. Тракторҙарҙың 60 проценты ҡулланыуға рөхсәт алды.

Гостехнадзор ҡарамағындағы техниканы ҡулланыу барышында иҫкәртеү саралары даими ойошторолоп килә. Шул иҫәптән Урман хужалығы министрлығы һәм дәүләт автоинспекцияһы вәкилдәре менән берлектә лә.

Әлеге ваҡытта республикала үҙйөрөшла машиналарҙы  һәм уларға тағылмаларҙы ҡулланыу барышында һаҡланыусы законлы ҡиммәттәргә зыян килтереү хәүефен иҫкәртеү буйынса “Ҡаргиҙәр” (“Снегоход”) тигән шартлы исем аҫтында айлыҡ иғлан ителгән.

 

Айлыҡ барышы сиктәрендә район биләмәһендә 26 берәмек техника тикшерелде лә инде. Шуларҙың 7-әүһе ҡаргиҙәрҙәр. Аңлатыу эштәре һөҙөмтәһендә 2 ҡаргиҙәр теркәлде, 2 кеше А1  категорияһына ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан тракторист-машинист танытмаларын алыштырҙылар.

Иҫкәртеү саралары менән параллель рәүештә юлһыҙ ерҙән йөрөй алыусы мотосредстволарға ла техник күҙәтеү башланды. Мәҫәлән, 6 февралдә “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының ҡаргиҙәрҙәре тикшереүгә ҡуйылды. Ҡурсаулыҡтағы 9 берәмек техниканың етәүһенә ҡулланыуға рөхсәт бирелде. Ике техника әлеге ваҡытта ремонтта.

Тағы ла өҫтәп шуны хәтерегеҙгә төшөргөм килә, ҡаргиҙәр менән идара итеү өсөн А категорияһына тракторист-машинист танытмаһы талап ителә. Шулай уҡ, ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле, әгәр һеҙҙең водитель танытмағыҙҙа MS билдәһе менән  А йәки В1 категорияһы асыҡ икән, һеҙгә тракторист-машинист танытмаһы талап ителмәй.

Әгәр һеҙҙең В, С, Д йәки В1 AS категорияғыҙ бар икән -  техниканы ҡуртымға алыу килешеүе буйынса (хужаһынан/прокатҡа биреүсенән) техниканы билдәле бер маршруттар буйынса (туристар һәм башҡалар өсөн) ҡулланырға мөмкин.

Бынан тыш, техника менән ҡайҙалыр сығыр алдынан һәр ваҡыт уның хужаһы ҡаргиҙәрҙең төҙөк булыуына ышанырға һәм юлда уның торошон ҡарап барырға тейеш. Ҡаргиҙәрҙе гостехнадзор органдарында теркәмәйенсә һәм техник күҙәтеү үтмәйенсә тотоноу тыйыла.

Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән гостехнадзорҙың Бөрйән районындағы хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефондар: 3-62-35, 89373464166.

С. Ишморатов.

 

Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Техникаң төҙөкмө, теркәлгәнме?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас