Интернеттағы танышыу Өфө ҡалаһында йәшәүсе ир өсөн 2 миллион һумдан артығыраҡ үҙенең йыйынтыҡ һәм кредитҡа алған аҡсаларын юғалтыуға килтергән. 45 йәшлек ир полиция бүлексәһендә күптән түгел социаль селтәрҙә бер ҡыҙ менән танышыуы тураһында әйткән.
Улар аралашып киткән һәм ҡыҙ үҙенең атаһының инвестициялар менән шөғөлләнеүе һәм ҙур аҡсалар эшләүе хаҡында белдерә. Иргә үҙен интернет аҡса һалыуҙарҙа һынап ҡарарға тәҡдим иткән. Ир риза булған. Ҡыҙ уны “биржа буйынса белгестәр” менән таныштырған.
Псевдобелгес (бур) иргә интернеттағы ҡушымтаны күрһәткән, артабан уны бергәләп күсереп алып, иҫәп яҙмаһы итеп теркәгәндәр (учетная запись). Башта өфөлө үҙенең һаҡлыҡ аҡсаларынан 30 мең һум күсергән. Улар теге “белгес” менән акциялар һатып ала башлағандар. Тиҙҙән ир үҙенең брокер иҫәбендә 2 миллион һум булып киткәнен асыҡлай.
Был сумманы алырға кәрәк, тип ир үҙенең яңы танышына мөрәжәғәт итә. Теге танышы (бур), аҡсаны алыр өсөн тиҙҙән белгестән шылтыратыу буласаҡ, ти. Бер ни тиклем ваҡыттан иргә ысынлап та шылтыраталар. Был юлы мутлашыусылар үҙҙәрен хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип атай.
Бурҙар ирҙән аҡсаны алыр өсөн уның иҫәп яҙмаһында ниндәй код һүҙе урынлаштырылғанлығын һорайҙар. Ир ҡапыл албырғап китә һәм ул һүҙҙе әйтә алмай. Шунан “хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре” код һүҙен тергеҙер өсөн 735 мең һум түләргә кәрәк икәнлеген белдерәләр. Өфөлө иҫәптә ҙур сумма булыуын аңлап, бер нисә кредит алып, код һүҙен алыштырыу өсөн түләргә ҡарар итә.
Аҡсаларҙы күсергәс, мутлашыусылар, транзакция үтмәне, шуға тағы ла түләргә кәрәк, тиҙәр. Шул рәүешле аферистар ирҙе төрлө ысулдар менән ышандырып, үҙҙәренең иҫәптәренә ҙур суммаларҙы күсертәләр. Һөҙөмтәлә, ир 2 миллион һумдан артығыраҡ суммаға кредит алып, шул аҡсаларҙы бурҙарға күсереп бөтә. Бары шунан һуң ғына бурҙарҙың ҡармағына ҡапҡанын аңлап ҡала... Ләкин бик һуңлап.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.