- Йыйылыштар барышында халыҡ менән янғындарҙы, мутлашыуҙарҙы, терроризмды иҫкәртеү саралары тураһында ла аңлатыу эштәре мотлаҡ алып барыла.
Йыл башынан республикала 376-нан ашыу янғын осраҡтары теркәлеп, уларҙа 21 кеше һәләк булған. Район халҡын даими рәүештә мейес, мөрйәләр торошон, электр һәм газ ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереп торорға саҡырам. Ябай янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Янғын иҫкәртеү ҡоролмалары әллә күпме кеше ғүмерен һаҡлап ҡала алды - һәр кемдең йортонда улар булырға тейеш. Өлкән йәштәге туғандарығыҙға, балаларға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ! – тип хәбәр итә социаль селтәрҙә район етәксеһе Р. Абдуллин.