Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
5 Февраль , 14:55

Хикмәтле таяҡ

Бер ауылда бер кеше йәшәгән, ти. Ул бала саҡтан йөрөй алмаған һәм шуға мейес башында тик ятҡан. Шулай ул утыҙ йыл тирәһе ятҡан. Моғайын, ғүмеренең ахырынаса ла мейес башында ятыр ине лә, тик бер мәл ауыл аша үтеп барышлай бер ҡарт өйөнә һуғылған бының.

- Миңә эсәр һыу бир, - тип һораған ҡарт.
- Мин һиңә ярҙам итә алмайым шул, сөнки ғүмер буйы кеше ярҙамынан тыш бер аҙым да яһаманым, - ти ауырыу һәм илап ебәрә.
- Ә ҡасан аҙым яһап ҡараған инең? – тип ҡыҙыҡһына бабай.
- Бик элек инде, - ти ауырыу. – Нисә йыл элек икәнен хәтерләмәйем дә хәҙер.
- Бына һиңә мөғжизәле таяҡ, шуға таян да, һыуға барып кил, - тип ҡарт таяҡ һона.

Ауырыу мейестән төшә лә, таяҡҡа таяна һәм... аяғына баҫып тора! Ул тағы илап ебәрә, әммә был юлы ҡыуанысынан.
- Бындай ғәжәйеп таяҡ биргәнең өсөн һиңә нисек рәхмәтемде белдерәйем икән? – ти йәш кеше.

- Был таяҡ – мейесеңдең артында һөйәүле торған ябай көрә һабы, - тип яуап бирә ҡарт. – Унда бер ниндәй мөғжизә юҡ. Һин таяҡҡа ышанып үҙеңдең көсһөҙлөгөң тураһында онотҡан өсөн аяғыңа баҫа алдың. Икенсе юлы, тормошта ауырлыҡтар осраһа, башҡаларҙан ярҙам көтөп бер нәмә эшләмәй ултырма, ә иғтибар менән тирә-яғыңа күҙ һал. Эргәлә һәр ваҡыт Хоҙай тарафынан махсус һинең өсөн ҡалдырылған таяҡ табылыр.

Сығанаҡ:
Башредактор: онлайн-издательство

Автор:
Читайте нас: