Сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә ҡотлауҙарҙан башланды.
-Кәңәшмәне матур саранан - ҡотлауҙарҙан башланыҡ. Район үҫеше һәм халҡы мәнфәғәте өсөн оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән Ғайса Әхәт улына оло рәхмәтемде, хөрмәтемде белдерәм. Муниципаль район хакимиәтенең кадрҙар һәм эштәр менән идара итеүсеһе вазифаһына Айнур Миңлеғәле улы Ҡотошов тәғәйенләнде. Айнур Миңлеғәле улына яңы эшендә уңыштар теләйем!
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды.
Бөрйән комплекслы эксплуатациялау хеҙмәтенең 2024 йылғы эш йомғаҡтары һәм 2025 йылға пландары менән таныштыҡ. Бөгөнгө көндә районда 9 ауыл – 2230 шәхси йорт, 95 коммуналь объект тәбиғи газ менән файҙалана. Иҫке Собханғол - Ырғыҙлы ауылдары араһындығы газ торбалары төҙөү эштәре тамаланыу өҫтөндә. Был мөһим проектты тормошҡа ашырыу Әтек, Мәндәғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдарын һәм Морат туғай ерлеген газга тоташтырырға мөмкинлек бирәсәк. 2025 йылда Байназар-Яуымбай-Әбделмәмбәт, Үрге Әүжән-Брәтәк-Аҫҡар-Исламбай йүнәлештәре буйынса эштәр башланыуы күҙаллана.
Райондың берҙән-бер баҫмаһы “Таң” гәзитенә 1-се ярты йыллыҡҡа яҙылыу һөҙөмтәләрен ҡараныҡ. Яҙылыу кампанияһы барышында төрлө ярҙам акциялары үтте - ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. 2-се ярты йыллыҡҡа район халҡы әүҙем яҙылыр, гәзиттең ҡағыҙ, электрон баҫмаларын берҙәй алдырыр, тип ышанам.
“Инцидент-менеджмент” системаһы аша килгән мөрәжәғәттәрҙе ҡарап үттек. Халыҡтан килгән һорауҙар буйынса оператив рәүештә эшләргә, ышаныстарын аҡлап, етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрөргә тырышабыҙ.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә үҙенең сәхифәһендә район етәксеһе Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин.