Кисә арҙаҡлы яҡташыбыҙ, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөрйән районының Почетлы гражданины, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, бар хеҙмәт юлын республикабыҙ мәнфәғәтенә бағышлаған, уның үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташыбыҙ Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы 65 йәшлек юбилейын билдәләне.
Хәләф ағайҙың иң үҙенсәлекле һыҙаты: ниндәй бейеклектәргә менгәндә дә Кеше булып ҡалды – ябай, үҙебеҙсә генә мөғәмәләле шәп Бөрйән егете булыуынан айырылманы!
Хәләф Хәлфетдин улы редакция менән яҡшы бәйләнеш тотто. Оҙаҡ йылдар “Таң” гәзитен алдырҙы. Редакцияға килеп, бергәләп “түңәрәк өҫтәл” артында матур әңгәмәләр ҡора торғайныҡ. Берәй сарала осрашҡанда ла, йылы һүҙен ҡушып, арҡанан һөйөп булһа ла уҙыр ине.
Бер ваҡиға айырыуса хәтерҙә ҡалған. Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Бөрйәнгә килгән мәл - Иҫке Собханғол ауылының Ленин урамы буйлап атлап бара. Ике яҡтан халыҡ алҡышлай, Президентҡа сәләм бирә. Мин, шул ваҡиғанан репортаж яһарға тейешле журналист, М. Рәхимовтың халыҡҡа әйткеләп барған хәбәрҙәрен ишетеп ҡалыр өсөн, уның артына яҡыныраҡ барҙым. Бер йәнһаҡсыһы ипләп кенә мине ситкәрәк шылдырҙы. Артымдан үҙемдең “йәнһаҡсым” килгәнен белмәгәнмен дә – Хәләф ағай мине яурынымдан ҡосаҡлап алды ла, йылмайып, теге йәнһаҡсыға: “Был беҙҙең кеше. Теймә уға”, тип Президент янынараҡ алып барып ҡуйҙы. Ағай үҙе онотҡандыр ҙа инде был ваҡиғаны. Ләкин минең күңелдә һаҡлана.
Әйткәндәй, “Таң” гәзите журналистары республиканың район гәзиттәре журналистары араһында тәүгеләр рәтендә һанлы фотоаппаратҡа эйә булды. Был да Хәләф Хәлфетдин улының тырышлығы арҡаһында. Йәнә 4 диктофон да бүләк иткәне хәтерҙә.
Х. Ишморатов халыҡты ҡабул итеү үткәргәндә райондаштарыбыҙҙың ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәнен мин дә уның янында тыңлап ултырғайным. Шул ҡабул итеү бөткәс, Хәләф Хәлфетдин улы миңә пакет һондо, ә унда - 4 заманса диктофон.
Ғөмүмән, ихлас, кешелекле, кеселекле кеше ул Хәләф Хәлфетдин улы!
Юбилейы уңайынан ағайға иң яҡшы теләктәр: киләсәктә лә күңел матурлығығыҙ, яҡшы һүҙегеҙ, яҡты йөҙөгөҙ менән тормошто биҙәп, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәргә яҙһын. Раббыбыҙ һеҙгә оҙон һәм бәхетле ғүмер, бәрәкәтле имен тормош, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы насип итһен!