Йәмғиәт
31 Ғинуар 2025, 07:11

Әнүәр ағай – “Әсе бал” фильмы артисы ла!

Режиссер Айнур Асҡаров үҙ командаһы менән ауылға (Ғәлиәкбәргә) килгәс тә сельсоветҡа инеп, солоҡсолар менән ҡыҙыҡһынған. Атлы, арбалы кеше кәрәк, тигәндәр. Уға ауылдың бер йәш кешеһен тәҡдим итеп ҡарағандар, ул оло кеше һораған. «Минең өйгә шулай килеп инделәр ҙә, үҙҙәренең уйын әйттеләр. Минән ризалыҡ алғас, тирә-йүндә бер-ике сәғәт йөрөп киләйек, тип алып сығып киттеләр.

Әнүәр ағай – “Әсе бал” фильмы артисы ла!Әнүәр ағай – “Әсе бал” фильмы артисы ла!
Әнүәр ағай – “Әсе бал” фильмы артисы ла!

Әнүәр ағайҙың тәбиғәт белгесе, натуралист, фенолог икәнен кешеләрҙән ишетеп белә инем. Шулай ҙа һүҙҙе тәбиғәт сәхифәләренә киткәнсе, ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алмай, режиссер Айнур Асҡаровтың киноһына нисек төшкәненән башлап ебәрмәксе булдым.

Режиссер Айнур Асҡаров үҙ командаһы менән ауылға килгәс тә сельсоветҡа инеп, солоҡсолар менән ҡыҙыҡһынған. Атлы, арбалы кеше кәрәк, тигәндәр. Уға ауылдың бер йәш кешеһен тәҡдим итеп ҡарағандар, ул оло кеше һораған. «Минең өйгә шулай килеп инделәр ҙә, үҙҙәренең уйын әйттеләр. Минән ризалыҡ алғас, тирә-йүндә бер-ике сәғәт йөрөп киләйек, тип алып сығып киттеләр. Тәүҙә йөрөп, ҡараштырып сыҡтылар. Шунан ауыл осона телефон будкаһы ҡуйҙылар. Фильмда мин шунан телефондан  балаларыма  шылтыратырға тейешмен инде, йәнәһе. «Солоҡ ҡарап ҡайттым, ҡасан ҡайтаһығыҙ», тип балаларыма шылтыратам. Ә улар ни сәбәп менәндер килә алмайҙар, автобус буш килә. Бошоноп ҡайтып китәм. Мин кискеһен яңғыҙым сәй эсеп ултырам. Фильм шулай дауам итә.

Икенсе көн урманға сығып киттек. Мин ат егеп, солоҡ ҡорамалдарын, мылтыҡты һалып алдым. Арбаға ултырып тауҙан төшөп барам. Ҡаршыға камераларын ҡуйып, мине шулай төшөрҙөләр. Ауылдың Уйылдан исемле егете толоп ябынып, айыу ҡиәфәтенә әйләнеп, һирәк кенә йүкәлек араһынан шыуышып китә. Мин, ана, «айыу», тип мылтыҡты сығарып атып ебәрәм. Ары ялан ситендә торған бейек бер солоҡҡа менергә ҡуштылар. Бында ике камера төшөрә, береһе аҫтан, икенсеһе дышла менән өҫтән.

Ике көн эшемде ҡалдырып, һеҙҙә йөрөнөм, буш түгелдер ул, тип Айнурҙың ҡылын сиртәм.

- Күпме һорайһың һуң?

- Ике мең  һум булһа, ҡуй, тимәйем, тип көләм. Бирҙеләр. Аҙаҡтан телевизорҙан ҡарап ултырам. Айнур Асҡаров интервью бирә:

- Киноға төшөүсе 72 йәшлек Дилмөхәмәтов Әнүәр ағай был фильмдың бюджетын һорай. 250 мең һум тип әйткәйнем, күп түгелме, тип аптырай.

Миңә шул ваҡытта аҡсаны күберәк һорарға булған. Был режиссерҙың «Еңмеш»тән һуң икенсе фильмы ине. Шунан «Минең ғаиләм”, “Өс таған” фильмын гәзиттән уҡып белеп ултарам инде.

- Ни эшләп Шайморатов генерал тураһында кино төшөрмәйһеҙ, тип һорап ҡуйғайным.

- Ағай уға аҡса күп кәрәк, - тип яуаплағайны шул мәлдә.

Флүр  Ғазин.

Әнүәр ағай – “Әсе бал” фильмы артисы ла!
Әнүәр ағай – “Әсе бал” фильмы артисы ла!
Автор:
Читайте нас