Йәмғиәт
30 Ғинуар 2025, 11:25

Кәләште урлап алдым

(Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылынан солоҡсо Әнүәр ағай Дилмөхәмәтовтың бәйәндәренән өҙөк) -Кәләш алыу ҙа бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Кискеһен уйынға Берлек ауылына йөрөйбеҙ. Бейеүгә әүәҫ инем. Бар ҡыҙҙарҙы шулай итеп ҡаратып ҡуя инем, - тип ағай кеткелдәп көлөп алды. - Бер ҡыҙ оҡшап ҡалды бит, кискеһен уны оҙатып ҡуям. Үҙем таныш ағайҙарҙа йоҡлайым. Һүҙ ишетелеп ҡалды, мин йөрөгән ҡыҙҙы кейәүгә бирергә йыйынғандар. Мин тоттом да, уларҙан алда өлгөрәйем, тип өс туғанымды эйәртеп, ҡыҙҙың өйөнә киттем. Кеҫәлә 60 һум мәһәр аҡсаһы ла бар...

Кәләште урлап алдымКәләште урлап алдым
Кәләште урлап алдым

1952 йылдарҙа шикелле, әсәйем кейәүгә сығыу сәбәпле, беҙ Ғәлиәкбәр ауылына күсеп килдек. Ошонда мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. Апайҙар пром-артелдә эшләнеләр, ҡап һуҡтылар. Мин дә 16 йәш тулыр-тулмаҫ уҡыуҙы ташлап, артелгә эшкә күстем. Норманы үтәһәң, тамаҡ туҡ булды. Тәүҙә һалабаш һыҙырҙым, шуны ҡышҡыһын ат йөгөндә ташыным. Пилорамда ла эшләнем, ағас та ҡырҡтым, сплавҡа ла йөрөнөм. Шул Нөгөш буйында һал ағыҙғанда армияға повестка тотторҙолар. Зав пикета Әхтәмов Сәйфулла ағай мине саҡырып алды ла: «Был серҙе бер нисә кеше генә белә, банк аша күсерһәң, аҡсаның проценты күп була», тип миңә 90 мең һум аҡса тотторҙо. «Ошоно ауылға алып ҡайтып, кассир Әғзәм ағайға тапшыр», - тип әмер бирҙе. Кәшәле ауылына тиклем мине ағаһы оҙата сыҡты. «Кеше күҙенә күренеп барма, аҡсаңды эргәңдә генә тот», - тип минең менән хушлашты. Кассир Әғзәм ағай аҡсаны һанап алғас “Әнүәр, һин ҡалай честный кешеһең, 5 һум аҡса артыҡ сыҡты», - тип маҡтап алды.

Өс йыл әрме сафында йөрөгәс, ауылға ҡайтып, 15 көн дә тормай, леспромхоға эшкә төштөм. Ҡорбанғәле ағайҙың бригадаһында эшләнем. Беҙҙең бригада алдынғыларҙан һанала ине. 1964 йылда 21 мең кубометр ағас ҡырҡырға план алдыҡ. Үтәп сыҡтыҡ. 1966–1967 йылдарҙа 27 мең кубометр план алып, шуны ла үтәп сыҡтыҡ. Был уңыштар өсөн беҙҙе райкомға саҡырып, маҡтау грамоталары бирҙеләр. Ул мәлдә эшләгән парторг Ишбаев Исмәғил ағай, һеҙҙе был юғары күрһәткестәрегеҙ өсөн хөкүмәт наградаһына тәҡдим итәм, тине.

1967 йылдарҙа лесхозға эшкә керҙем. Унда сайырҙа йөрөнөм. Бирелгән планды һәр ваҡыт үтәнем. Маҡтап, газетала яҙып сыҡтылар. Лесхозға тракторист кәрәк булғас, Нефтекамскийҙа 6 ай уҡып, тракторист һөнәрен үҙләштереп ҡайттым. Тракторҙа ҡышҡыһын эшләһәм, йәйен сайырҙа йөрөнөм. Шунан, аҡса әҙ булһа ла, ҡурсаулыҡҡа эшкә күстем. Эштән ҡурҡманым мин, ҡайҙа эшләһәм дә, етәкселәр маҡтап торҙо. Хужалыҡта 3 һыйыр, егенгә  2 ат тоттом, һарыҡ, кәзә, ҡош-ҡорт аҙбар тулы булды. Ҡорт аҫраным, солоҡ яптым.

Кәләште 1964 йылда алдым. 7 бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Ике малай, биш ҡыҙ. Кәләш алыу ҙа бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Кискеһен уйынға Берлек ауылына йөрөйбеҙ. Бейеүгә әүәҫ инем. Бар ҡыҙҙарҙы шулай итеп ҡаратып ҡуя инем, - тип ағай кеткелдәп көлөп алды. - Бер ҡыҙ оҡшап ҡалды бит, кискеһен уны оҙатып ҡуям. Үҙем таныш ағайҙарҙа йоҡлайым. Һүҙ ишетелеп ҡалды, мин йөрөгән ҡыҙҙы кейәүгә бирергә йыйынғандар. Мин тоттом да, уларҙан алда өлгөрәйем, тип өс туғанымды эйәртеп, ҡыҙҙың өйөнә киттем. Кеҫәлә 60 һум мәһәр аҡсаһы ла бар.

Юҡ, мин уны уҡытам, бай кешегә кейәүгә бирәм, тип ҡайным ҡаршылаша бит. Ҡыҙ риза булғас, иртәгәһен урлап тигәндәй, етәкләп ауылға алып ҡайтып киттем. Иртәнсәк ҡыҙҙың ата-әсәһе уны эҙләйҙәр икән. Ә беҙ Ғәлиәкбәрҙә инек инде.

Флүр Ғазин. Бөрйән районы.

Автор:
Читайте нас