Район етәксеһе Р. Абдуллин үткәргән кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Әбйәлил юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Бөрйән районындағы участкаһының, район гостехнадзор инспекцияһының 2024 йылғы эш йомғаҡтары һәм 2025 йылға пландары, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын үткәреүгә әҙерлек саралары, “Инцидент-менеджмент” системаһы аша килгән мөрәжәғәттәр тураһында һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
-Район биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналарға планға ярашлы техник тикшереү үткәрелеп тора, теркәлгән техника һаны ла артып бара, техника хужалары менән өҫтәмә профилактик әңгәмәләр үткәрелә. Ваҡытында техник тикшереү үткәреү үҙйөрөшлө техниканы файҙаланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Техника хужаларын был һорауға етди ҡарарға саҡырам. Шулай уҡ халыҡҡа үҙебеҙҙең район үҙәк дауаханаһында тракторист-машинистҡа справка алырға медицина тикшереүе үтергә мөмкинлек булдырыр кәрәк. Был мәсьәләне ыңғай хәл итеп булыр тип ышанам.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район етәксеһе.