Бурҙарҙың был ысул менән аҡса эшләү тоҙағына иң беренсе булып Өфөлә йәшәүсе 32 йәшлек ир эләккән. Ул үҙен кәрәҙле телефон компанияларының береһенең хеҙмәткәре тип танытҡан мутлашыусыға ышанған.
Аферистар уны, телефонығыҙҙың SIM-картаһының тотонолоу мөҙҙәте үтеп бара, уны оҙайтыу өсөн телефонығыҙға килгән СМС-ты беҙгә хәбәр итергә кәрәк, тип алдағандар. Ир кеше шылтыратыуҙың мессенджер аша килеүенә лә иғтибар биреп тормаған, бурҙарҙың һүҙҙәренә шунда уҡ ышанған.
Ирҙең бер ҡатлы, тиҙ ышанып барыусан икәнен аңлап алған бурҙар артабан уға банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле булып шылтыратҡандар. Йәнәһе лә, һинең иҫәбеңдә шикле әүҙемлек күҙәтелә, тигәндәр. Иргә тиҙ арала аҡсаларын ҡулаҡсаға әйләндерергә һәм “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә тәҡдим иткәндәр.
Мутлашыусылар шулай уҡ уға кредит картаһы булған аккаунтҡа инер өсөн яңы логин һәм пароль ебәреп, аҡсаны тап шунан күсерергә ҡушҡандар. Шул рәүешле, өфөлө 800 мең һумдан артыҡ аҡсаһын бурҙар ышандырған “хәүефһеҙ иҫәп”кә тип билдәһеҙ иҫәпкә күсергән һәм аҡсаһынан яҙған.
Өфөлә йәшәүсе 70 йәшлек ханым да бурҙар ҡапҡанына эләккән. Бурҙар килешеүҙе оҙайтырға кәрәк, тигәс, ул, ике лә уйлап тормай, тегеләргә паспорт мәғлүмәттәрен хәбәр иткән.
Артабан мутлашыусылар, үҙҙәрен банк вәкиле тип танытып, ханымға, иҫәбегеҙҙә шикле аҡса күсереүҙәр башланған, тип хәбәр итеп, аҡсаларын тулыһынса ҡулаҡсаға әйләндереп, карталарын блокировкаларға ҡушҡандар. Бурҙарҙың күрһәтмәләренә буйһоноп, ҡатын 2 миллион һумдан артығыраҡ аҡсаһын картаһынан алған һәм бурҙар тәҡдим иткән “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсергән. Һәм... аҡсаһынан елдәр иҫкән.
Яман ниәт менән эш итеүселәр бының менән генә туҡтамаған әле. Улар ханымға, фатирығыҙҙы һатыуға ҡуйғандар, тип алдап, документтарының фотографияларын үҙҙәренә ебәрергә күндергәндәр. Пенсионерканың ҡыҙы әсәһенең мутлашыусылар менән бик әүҙем яҙышыуын аңғарып ҡалып, уны кискеһен полицияға алып барған.
Ошо яҙмалар күптәрҙе уйландырыр, моғайын...
Сығанаҡ: Молодёжная газета