Йәмғиәт
23 Ғинуар 2025, 07:10

Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!

 “Оҫтаның даны уртаҡ”, “Оҫтаның даны – ауыл аша” тигән мәҡәлдәр буш ерҙә тыумаған икәненә Бөрйәндең оҫта ҡуллы ҡыҙы Таңһылыу Ҡарағолова миҫалында ла инанырға мөмкин. Уның даны ауыл аша үтеп, Төмән ҡалаһына уҡ барып еткән - ТЮМЕНСКИЙ МАХРОВЫЙ КОВЁР  төркөмөндә Таңһылыу тураһында бына нимәләр яҙғандар:

Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!

“Башҡортостан Республикаһының Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Таңһылыу Ҡарағолова үҙен коверҙар эшләү оҫтаһы итеп танытҡан. Ул бик матур ковер-балаҫтар, диван япмалары, диван мендәрҙәре өсөн тышлыҡтар, карауат эргәһенә бәләкәй балаҫтар, һарыҡ йөнөнән иләнгән ептән йәки оҙаҡ ҡулланылыусы синтетик ептәрҙән, гипоаллерген акрилдан, башҡорт орнаменттарын ҡулланып, интерьер өсөн паннолар яһай.

Таңһылыу үҙ халҡының балаҫ-коверҙар туҡыу традицияһын һаҡлауға бик ҙур өлөш индерә, заказ биреүселәрҙең интерьерҙарын бик матур башҡорт мотивтары менән биҙәп ебәрә. Уның традицион техника менән боронғо биҙәктәр ҡушып эшләнгән әйберҙәре бик тә уникаль килеп сыға. Оҫта, хеҙмәт һөйөүсән ханым был кәсепкә пандемияның ҡыҙған осоронда тотона.

Был кәсепкә ҡыҙыҡһыныу уның күңелендә бала саҡтан йәшәй. Тормош ығы-зығыһы араһында был ниәте гел артҡы планға күсә килә.

Өсөнсө балаһы – улы Ғаяз менән декрет ялына сыҡҡас, үҙенең күңелендә күптән өлгөрөп еткән уйҙарын тормошҡа ашырырға ниәт итә. Таңһылыуҙың ниәтен тормош юлдашы Рушан да хуплай һәм ҡатынына туҡыу станогы һатып алып ҡайтып бирә.

Ковер-балаҫтар һуғыу – ҙур сабырлыҡ, түҙемлек, ныҡышмаллыҡ, күңел матурлығыңды эшеңә күсереүҙе талап иткән бик нескә һәм ваҡ эш. Орнаменттар, уларҙы тыуҙырыусының донъяһына яҡтылыҡ һәм бәхет өҫтәп, йәйғор төҫтәре менән балҡый...

Таңһылыу туҡыусылыҡты тергеҙеүсе, матурлыҡты, уңғанлыҡты күрһәтеүсе оҫта. Ул үҙенең өйөнөң һәр мөйөшөн ҡиммәте юғары булған балаҫ-коверҙары менән биҙәй. Уларға оҫта ҡул йылыһын ғына түгел, күңел йылыһын да һалған”.

Афарин, Таңһылыу! Киләсәктә лә үҙеңдең ҡул һәм күңел емештәрең менән донъяны биҙәп, кешеләрҙе ҡыуандырып йәшәргә яҙһын!

Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Таңһылыу хаҡында Төмәндә лә беләләр!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас