Байназар мәктәбендә 8-се класс уҡыусылары өсөн ойошторолған сара тап шулай аталды.
Тарих фәне уҡытыусыһы, 8-се “А” класы уҡыусыларының класс етәксеһе Нәсимә Сабир ҡыҙы Салауатова быйыл паспорт алған уҡыусыларҙы ошо мөһим документтың килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы, ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
Тәрбиәүи эштәр буйынса директор кәңәшсеһе Ҡыуандыҡова Гүзәл Ринат ҡыҙы үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, “Беренселәр хәрәкәте''нән уҡыусыларға паспорт тыштары тапшырҙы. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Науразбаева Нәзифә Азамат ҡыҙы паспорт алған уҡыусылар алдында ниндәй бурыстар тороуын, Пушкин картаһы тураһында һөйләп китте.