Йәмғиәт
23 Ғинуар 2025, 11:45

“Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”

Ун өс бала тапҡан бер апай 9-сымы, 10-сымы балаһын тыуҙыра икән. Уның хәлен белгән күршеһе фельдшерға барып әйткән. Ул заманда баланы өйҙә тапҡандар. Ҡатындар фельдшерға мөрәжәғәт итмәй аптыратҡандар, шуға теге ауырлыларҙы һағалап йөрөр булған.

“Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”“Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”
“Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”

Фельдшер бәпесте ҡабул итеп, үлсәп, тикшереп, ваҡытты һуҙып ташлаған. Ә апайҙың ире өмә яһатып йөрөй, хәҙер ашарға ҡайтырға тейештәр икән. Яңы тыуған сабыйын ситкә һалып тороп, тиҙ генә эштәрен тамамлайым, тиһә, фельдшер ҡыҙ тейешле тәртиптәрҙе үтәтеп булаша, ти. Аҙаҡ апай ҡоҙоҡ буйында: “Ҡабаланғанда аныһы йөрөй бала таптырып”, - тип фельдшерҙы әрләп тора, ти.

Шул тирә халҡында, берәй көтөлмәгән эш килеп сыҡһа, “ҡабаланғанда бала таптырып йөрөйҙәр шунда” тигән лаҡап йөрөй.

(М. Ҡаһарманованың сәхифәһенән).

Автор:
Читайте нас