Йәмғиәт
21 Января 2025, 06:40

Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләндеТоратауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде

Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол ауылындағы күп функциялы үҙәктең 2024 йылғы эш йомғаҡтары һәм 2025 йылға пландары, Рәсәй Социаль Фондының реабилитация үҙәктәрендә демобилизацияланған МХО ҡатнашыусыларының шифахана-курорт дауаланыуы тураһында һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.

-Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар әле лә дауам итә. Үткән аҙнала рейдтар барышында профилактика группалары 202 өйҙә булды, 505 гражданға инструкция үткәрҙе. Район халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам. Газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең торошон даими рәүештә тикшереп тороғоҙ. Балаларҙың үҙҙәрен яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Быйылдан демобилизацияланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Социаль фонд ҡарамағындағы реабилитация үҙәктәрендә медицина реабилитацияһы һәм шифахана-курорт дауалауы буйынса хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Социаль фонд һәр МХО-ла ҡатнашыусының дауалау барышын шәхсән үҙе контролдә тотасаҡ, тип күҙаллана. Реабилитациялау оҙайлығы - 25 көнгә тиклем, шифахана-курорт дауаланыуы 21 көнгә тиклем тәшкил итәсәк. Санатор-курорт дауаланыуын йылына бер тапҡыр үтергә мөмкин.
Кәңәшмәлә Торатауҙағы асыҡ ат спорты турнирында уңышлы сығыш яһап, призлы урындар алған райондаштарыбыҙҙы тәбрикләп үттек. Киләсәктә лә районда ат спорты ныҡлап үҫешһен, киң танылыу яулаһын. Спортсыларыбыҙ төбәк-ара ярыштарҙа ла ҡатнашып, ҙур еңеүҙәргә өлгәшһендәр.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тине район етәксеһе Рәмил Миңлеәхмәт улы.

Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Торатауҙан призлы урындар алып ҡайтҡан егеттәр тәбрикләнде
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас