Йәмғиәт
21 Ғинуар 2025, 03:50

“Ҡаргиҙәр”леләр, техникағыҙ теркәлгәнме?

Ҡаргиҙәр менән идара итеү өсөн А1 категорияһына тракторист-машинист танытмаһы кәрәк. Ҡаргиҙәрҙе техник күҙәтеү үткәрмәйенсә файҙаланыу тыйыла. Хәүефһеҙлек сараларын һанға һуҡмау, ҡаргиҙәрҙә, файҙаланыу ҡағиҙәләрен инҡар итеп, уйын, ҡыҙыҡ өсөн йөрөү етди йәрәхәттәргә һәм хатта кеше үлемдәренә килтереүе ихтимал.

“Ҡаргиҙәр”леләр, техникағыҙ теркәлгәнме?“Ҡаргиҙәр”леләр, техникағыҙ теркәлгәнме?
“Ҡаргиҙәр”леләр, техникағыҙ теркәлгәнме?

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, закон тарафынан һаҡланыусы ҡиммәттәргә -  үҙйөрөшлә машиналарҙы һәм башҡа төр техниканы файҙаланыу барышында граждандарҙың ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә, уларҙың мөлкәтенә, тирә-яҡ мөхиткә зыян килеү хәүефе булғанда зыян килтереү хәүефен иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 2025 йылдың 20 ғинуарынан 21 февраленә тиклем “Ҡаргиҙәр” (“Снегоход”) тигән шартлы исем аҫтында айлыҡ үткәрелә.

Сараларҙы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Урман хужалығы министрлығы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы вәкилдәре ҡатнашлығында үткәреү планлаштырыла.

Шулай уҡ ауыл хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә ауылдарҙа юлһыҙ ерҙән йөрөй алыусы теркәлмәгән мототранспорттарҙы асыҡлау буйынса саралар ойоштороласаҡ.

Ҡаргиҙәрҙәрҙе теркәү мотлаҡ. Эксплуатациялауға ҡарамай, алғандан һуң 10 тәүлек дауамында техника теркәү үтергә тейеш.

Ҡаргиҙәр менән идара итеү өсөн А1 категорияһына тракторист-машинист танытмаһы кәрәк. Ҡаргиҙәрҙе техник күҙәтеү үткәрмәйенсә файҙаланыу тыйыла.

Хәүефһеҙлек сараларын һанға һуҡмау, ҡаргиҙәрҙә, файҙаланыу ҡағиҙәләрен инҡар итеп, уйын, ҡыҙыҡ өсөн йөрөү етди йәрәхәттәргә һәм хатта кеше үлемдәренә килтереүе ихтимал.

Башҡортостан Республикаһы гостехнадзор буйынса дәүләт комитетының Бөрйән районы буйынса хеҙмәте.

 

“Ҡаргиҙәр”леләр, техникағыҙ теркәлгәнме?
“Ҡаргиҙәр”леләр, техникағыҙ теркәлгәнме?
“Ҡаргиҙәр”леләр, техникағыҙ теркәлгәнме?
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас