Йәмғиәт
20 Ғинуар 2025, 03:40

Һыуыҡтар көтөлә

Республикала алдағы өс көндә һыуыҡ һауа торошо көтөлә. Нисә градусҡа тиклем, тиһегеҙме?

Һыуыҡтар көтөләҺыуыҡтар көтөлә
Һыуыҡтар көтөлә

Бөгөн, 20 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, еүеш ҡар көтөлә. Юлдарҙа иғтибарлылыҡ кәрәк – тайғаҡ булыуы күҙаллана. Көндөҙ һауа торошо 0, -5 градус.

Иртәгә, 21 ғинуарҙа, төндә ҡар яуыуы, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар күҙаллана. Төндә һауа торошо -7, -12 градус, көндөҙ, көн дауамында һыуый барып, -17, хатта урыны менән -22 градус булыуы мөмкин.

Шаршамбы, 22 ғинуарҙа, төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Һауа торошо төндә -18, -23 градус, аяҙытҡанда – 28 градусҡа етеүе ихтимал. Көндөҙ -15, -20 градус самаһы буласаҡ.

Шулай итеп, ҡыш ҡышлығын итеп алмаҡсы.

(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас