Бындай һауа шарттарында водителдәрҙе юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыралар. Шәхси транспортты ҡулланыуҙан тыйылырға, тораҡ пункттарҙан ситтә йөрөүҙе лә уңайлыраҡ осорға күсерергә кәңәш ителә. Әгәр сығыу кәрәк булһа, автомобилдең тулыһынса техник төҙөклөгөнә инанырға һәм юлда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм шәхси хәүефһеҙлек сараларын ҡәтғи үтәргә кәрәк. Бындай һауа торошонда балаларҙы автомашинала йөрөткәндә хәүефһеҙлек сараларын айырыуса иҫтә тоторға кәрәк. Бәләкәй йәштәге балалар балаларҙы тотоу ҡоролмаларында, өлкәндәре хәүефһеҙлек ҡайыштары менән бәйләнгән булырға тейеш.
Сәфәр алдынан юл хәрәкәтен ойоштороуҙағы үҙгәрештәргә ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән танышырға кәрәк. Беҙ һеҙҙе Интернет селтәрендәге рәсми ресурстарыбыҙ аша юлдарҙа ваҡытлыса сикләүҙәр индереү тураһында хәбәр итәсәкбеҙ.
Юл хәлен күҙәтеү Дәүләт автоинспекцияһының даими контролендә ҡала. Патруллек иткән бөтә экипаждар ҙа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Дәүләт автоинспекцияһы.