Йәмғиәт
18 Ғинуар 2025, 10:35

«Эшемде яратып башҡарҙым», ти инәй

Тимер ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, һуғыш йылы балаһы, Хәмиҙә Буранова күпте күргән, күпте кисергән ағинәйҙәрҙең береһе. Биш айлыҡ ҡына сағынан әсәйһеҙ ҡалып, атаһы Мәликә исемле ҡатынға өйләнгәс, уның ҡарауында үҫә.

«Эшемде яратып башҡарҙым», ти инәй«Эшемде яратып башҡарҙым», ти инәй
«Эшемде яратып башҡарҙым», ти инәй

- Икенсе әсәйем һәйбәт көттө. Еңгәләрем алмашлап имеҙгәндәр. Миңә 6 йәш булғанда һуғыш башланған. Әсәйем ферма мөдире булды, ике апайым һарыҡ көттө. Атайым һуғышҡа 1942 йылда китте лә ҡайтманы – Сталинград алышында вафат булып ҡалды. Халиҡ ағайым һуғыштың башынан аҙағына тиклем йөрөнө. Ҡайтҡас, Иҫке Монасипта колхоз председателе, партком секретары, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләне. Һуғыш йылдарының ауырлыҡтары бөтә кешегә лә тейҙе инде ул, бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ. Йөҙәр грамм ғына иген бирә торғайнылар. Уны йыйып, ҡул тирмәнендә тартып, икмәк, һарына, әттек үләндәренән өйрә бешереп ашар инек. Әсәйем ныҡ эшсән булды. Ҡул эштәренә оҫта, тегенсе ине. Ошо һөнәре менән беҙҙе аҫраны инде. Беҙгә нужа күрһәтмәҫкә тырышты. Икенсе ауылдарҙан да кешеләр үҙҙәренә кейемдәр тектереп ала торғайнылар, хаҡ өсөн берәй ризыҡ тотоп киләләр. Шәлен дә һуҡты, тулаһын да баҫты әсәйем – ныҡ егәрле әбей булды, - ти ҡул эштәренә һөйөүҙе әсәһенән һеңдергән Хәмиҙә инәй.

Ҡәҙерле кешеһенең аяҡ машинкаһын әле лә һаҡлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотонған инәй мәҙәниәт йортона тип ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға сәхнә күлдәктәре тегеп биргән. Уҡыусылар уның милли кейемдәрендә Өфө ҡалаһында сығыш яһай. Уларҙы телевизорҙан ҡарап, бер ҡыуандым, ти инәй.

Оҫта ҡуллы ағинәйҙең кешегә күлдәктәрҙе улар теләгәнсә һәм һөйләүҙәре буйынса, үлсәмдәрен дә алмай ғына ла тегеп биргән саҡтары була. Ҡыҙҙарын, ейәнсәрҙәрен, бүләсәләрен дә ҡупшы күлдәктәр менән ҡыуандырған, уларҙың ҡурсаҡтарына ла кейемдәр тегеп биргән. Заманында шәл, селтәрҙәр, ҡуян йөнөнән косынкалар ҙа бәйләгән.

Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы Хәмиҙә инәйҙе 1956 йылдың 4 октябрендә Тимер ауылына китапханасы итеп эшкә ебәрәләр.

-Йәйәү килдем дә, төшөп етмәй, тау башында ауылға ҡарап ултырам. Ҡайһылай насар ауылға ебәргәндәр әле, тип илай-илай килеп төштөм Тимергә. Ә хәҙер Тимерҙән дә матурыраҡ, ҡәҙерлерәк ауыл юҡ минең өсөн. Кешеләре лә матур, уңған, - ти инәй.

1957 йылда ошо ауыл егетенә кейәүгә сыға. Тормош иптәше Азат Арыҫланғужин менән биш балаға ғүмер биргәндәр. Шуларҙың өсәүһенә юғары белем алырға ярҙам итәләр. Ҡыҙҙары Гәүһәр мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Улдары Рөстәм ауылда төпләнгән, килендәре менән бергә мәктәптә эшләйҙәр. Иң бәләкәйҙәре Гөләндәм ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бабайы, оло ҡыҙы, улы фани донъяға күскәндәр.

Азат Ғәлимйән улы төрлө йылдарҙа “Ҡыҙыл таң” колхозының Тимер бригадаһында ҡырсылыҡ эштәре етәксеһе, колхоз рәйесе урынбаҫары, бригадир, колхоздың ярҙамсы хужалығы мастеры, прораб булып эшләгән. Ауылдағы күп кенә биналарҙы ул төҙөй. Яҡшы хеҙмәте өсөн Болгарияға ял итергә ебәрәләр.

-Иптәшем менән башта бер урында эшләнек. Мин - китапханала, ул кино ҡуйҙы. Элек эшләүҙәре күңелле булды, әммә хәҙерге тормош менән сағыштырһаң, заман ауыр булған. Электр уты гел генә булып торманы, концерттарҙы шәм менән генә ҡуя торғайныҡ. Китапхананың айырым бинаһы булманы. Мин эшкә килгәндә мәҙәниәт йортоноң бар байлығы 2 домино ла бер патефон ине, - тип һөйләне инәй.

Хеҙмәте халыҡ, йәмғиәт эштәре менән бәйле булған Хәмиҙә Моталлап ҡыҙы һәр ваҡыт халыҡ араһында була. Мәҙәниәт йортонда китапханасы ла, художество етәксеһе лә, директор ҙа булып эшләй. Коммунистар партияһына алына һәм унда пропагандист итеп ҡуялар. Аҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар советы, иптәштәр суды рәйесе лә була. Ауыл, район советы депутаты булып һайлана. Социалистик, коммунистик хеҙмәт ударнигы миҙалдарына, бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған ул.

-Элек күргәҙмә, телдән агитациялар күп булды. Бер урында ғына ултырып эшләмәнек. Колхоздың ике фермаһында «ҡыҙыл мөйөш»тәр була торғайны. Унда алдынғы һауынсылар тураһында яҙып, уларҙың көндәлек эштәрен теркәп барҙыҡ. Мәғлүмәттәрҙе ун көн һайын яңыртып тора торғайным. Яҙғыһын сәсеүҙә ойошторолған ярыштарҙы, йәйгеһен бесән, звеноларҙа мал аҙығы әҙерләү, көҙҙәрен уңыш йыйыу тураһында – барыһын да яҙҙым.

Кеше китапты элек күп уҡыны. Йәйләүҙәргә барғанда ла үҙем менән китаптар алып йөрөнөм. Эшселәр китап, гәзиттәрҙе көтөп ала ине. Ауылда берҙән-бер күңел асыу урыны мәҙәниәт йорто булды. Кистәрен йәштәр домино һуғып, бильярд, шашка уйнап ҡайта торғайны. Бөтә ерҙә лозунгылар эленеп, флагтар елберҙәп торҙо. Күңелле була торғайны. Эшемде яратып башҡарҙым, - ти инәй, хәтирәләргә бирелеп.

Китапҡа булған һөйөүе әле лә һүнмәгән Хәмиҙә инәйҙең. Хәҙер күберәк дини китаптар уҡый, гәзит-журналдар алдыра. Биш ваҡыт намаҙын үтәгән инәй ураҙаларҙы ла ҡалдырмай, аяттар уҡый. Олоғайғас, ҡыҙы Гәүһәр апай менән бергә көн итәләр. Балаларына бик рәхмәтле инәй. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә ҡарап ҡыуанып йәшәп ятыуы.

Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти инәй. Үҙенсә гимнастика эшләп, тышта өй янында йөрөштөрә, тауыҡтарын, йәйгеһен ҡорттарын ҡарай.

-Ауырыу, арыу һылтауы менән тик кенә ултырырға ярамай, нимә менәндер шөғөлләнергә, эш менән булырға, бөтәһенән дә риза булып, шөкөр итеп йәшәргә тырышырға кәрәк. Донъялар тынысланһын, бер кемгә лә бала ҡайғылары күрергә яҙмаһын, - тигән теләктәрен еткерҙе 90-ын тултырып килгән ағинәй. Үҙенә лә иҫәнлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Хәмиҙә инәй Буранова «Аҙна һайын – бүләк» уйынында ҡатнашып, бүләк отҡайны. Хеҙмәт юлы кешеләргә мәғлүмәт еткереү менән бәйле булған, элек үҙе лә гәзиткә яҙыштырған инәй өсөн район гәзите бигерәк тә яҡын. «Гәзиткә яҙылмай ҡалған бер йылым да юҡ. Почта килгәнен көтөп кенә торам, өйгә инеп тә етмәй, тышта ҡарап сығам. Гәзит бик оҡшай, оҙон ғүмерле булһын», - тине ул. 

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас