Йәмғиәт
9 Ғинуар 2025, 07:10

Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!

Эргәлә йылытылған кафе, буфет эшләй, пирожки-булкалар менән сәй, кофе эсергә була. Ҡыҫҡаһы, ял көндәрендә донъя көтөүҙән арынып, балаларҙы ҡыуандырып, үҙегеҙгә лә ял биреп, тәбиғәтебеҙҙең ҡышҡы матурлығына һоҡланып ял итеп ҡайтырлыҡ тау шыуғыс өсөн Рәнис Йәнбирҙинға рәхмәт!

Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!
Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!

Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, әлеге көндәребеҙгә яраҡлашып, ҡулайлашып, үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынаған, халыҡты йәлеп итерлек, ялдарын матур үткәрерлек эштәр асыусы, замана менән бергә атлаусы йәштәребеҙгә һоҡланырға, уларҙы хупларға ғына ҡала.
Рәнис Йәнбирҙин - Ҡотан ауылының алдынғы ҡарашлы йәштәренең береһе
Ғәҙелгәрәй ауылынан алыҫ түгел, данлы Йылҡысыҡҡан күленең ҡаршыһындараҡ тау битендә тюбинг трассаһы асты.
Ошо Яңы йылдың оҙон ялдарында тау шыуырға килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Оҙон-оҙон ике тау шыуыу юлы балаларҙың ҡыуаныслы тауышынан гөр килә, улар рәхәтләнеп шыуа, ололар, билдәле, ҡурҡыңҡырай. Улар араһынан дәрт иткәндәр һирәгерәк.
Шыуып төшөүселәр яңынан тауға менгәндә махсус яйланма менән күтәреләләр.
Эргәлә йылытылған кафе, буфет эшләй, пирожки-булкалар менән сәй, кофе эсергә була.
Ҡыҫҡаһы, ял көндәрендә донъя көтөүҙән арынып, балаларҙы ҡыуандырып, үҙегеҙгә лә ял биреп, тәбиғәтебеҙҙең ҡышҡы матурлығына һоҡланып ял итеп ҡайтырлыҡ тау шыуғыс өсөн Рәнис Йәнбирҙинға оло рәхмәтебеҙҙе әйтеп, шыуайыҡ, дуҫтарым!

Флүрә Маликова, Ғәҙелгәрәй ауылы.

Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!
Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!
Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!
Тау шыуғыс өсөн рәхмәт!
Автор:
Читайте нас