Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Рамаҙан Шаһисолтан улы зиһен асыҡлығын һаҡлаған, тормошҡа һөйөүен, дәртен юғалтмаған. Еңел булмаған бала сағын, хеҙмәт юлын, кемдәр менән эшләгәнен – барыһын да яҡшы хәтерләй.
Рамаҙан бабай 1935 йылда Иҫке Мөсәт ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Туйғансы уйнап, иркәләнеп кенә үҫер бала сағы дәһшәтле һуғыш йылдары эсендә юғала. Етмәһә, 7 генә йәшендә атайһыҙ ҡала. Әсәһе дүрт баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Шуға ла Рамаҙанға 5 класс ҡына белем алыу насип була. Башта ауыл һыйырҙарын көтә, артабан колхозға көтөүсе булып эшкә сыға. Унан тыш та бер эштән дә баш тартмай, ҡайҙа эшкә ҡушалар, йүгереп йөрөй сос егет.
- Һуғыш йылдарында күбеһенсә әттек, һарына ашап көн күрҙек. Ер ҡарҙан әрселә башлау менән кеше баҡсалары буйлап серек картуф эҙләп сығып китә торғайныҡ. Кейергә кейем булманы. Бәләкәй саҡтан эшләп ашаныҡ. Миңә гел оло кешеләр менән бергә эшләргә тура килде. Ул ваҡытта аҡсаға эшләмәнек беҙ, хеҙмәт көнө өсөн бил бөктөк. Совхозға күскәс кенә эш хаҡы бирә башланылар. Колхоздың, совхоздың терәге, төп көсө булдыҡ, сөнки килем малсылыҡтан ғына килә ине. Хәҙер, колхоздар бөткәс, йәштәргә эш юҡ. Эш булмағас, ауылда ҡалыусылар ҙа һирәк, - тип үҙенең борсолоуҙары менән уртаҡлашты Рамаҙан Шаһисолтан улы. Әйткәндәй, уның ярты быуатҡа яҡын хеҙмәт стажы бар. Хеҙмәт һөйгән тырыш колхозсы намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булған.
1958 йылда Байназар ауылы ҡыҙы Хөснә Ишемғоловаға өйләнеп, матур итеп донъя ҡоралар һәм береһенән береһе уңған, зирәк 7 балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары 6-сы синыфта уҡығанда мәрхүм булып ҡала. Хөснә Ғәлләметдин ҡыҙы менән өлгөлө, бәхетле, матур ғүмер юлы үтә улар. Тик Рамаҙан бабайҙы яҙмыш тағы ла һынай - 1989 йылда, инде балаларын башлы-күҙле итеп бөткәс, ҡатыны мәңгелек йортона күсә. Бәләкәй сағынан ҡара эштә йөрөп, сынығып үҫкән Рамаҙан Шаһисолтан улы ныҡышмалылығы, тырышлығы, әрһеҙлеге менән тормош ауырлыҡтарына бирешмәй. Әлеге көндә 3 улына – Райман, Фәнил, Айҙарға, 3 ҡыҙына – Зөлхизә, Фәйрүзә, Әҡлимәгә оло терәк, төп кәңәшсе, ныҡлы таяныс булып ғүмер итә. Бәхетле һәм бай олатай, ҡартолатай ҙа үҙе – 17 ейән-ейәнсәре, 25 бүләсәре бар.
Олпат йәшенә ҡарамаҫтан, донъяһын үҙ аллы көтә аҡһаҡал. Утын ташыу, ут яғыу, ашарға бешереү – барыһы ла ҡулынан килә. Тик ултырып өйрәнмәгән бабай йәшелсә-емешен дә үҫтерә, ҡайнатмалар ҡайната. Урман-ҡырҙарҙа йөрөп эшләп үҫкән ауыл балаһы тәбиғәткә сығырға ашҡынып тора - урманға сығып селек йыйып та алып ҡайта. Өй йылыһын һаҡлап йәшәүсе аталары янынан балалары, ейәндәре өҙөлмәй. Һәр йыл башланған һайын Рамаҙан бабайҙың тыуған көнөнә йыйылыу, баш-күҙ именлегенә ҡорбан салдырыу матур ғаилә йолаһына әйләнгән. Быйыл Ҡолбирҙиндар ғаиләләре менән йыйылып, Рамаҙан бабайҙың ике апайы, бер ҡустыһынан таралған туғандарын йыйып, шәжәрә байрамы үткәреп, аталарына ҙур ҡыуаныс бүләк иткәндәр. Ас-яланғас, яфа-михнәттәр күреп үҫһә лә, тормошто яратыуҙан төңөлмәгән, балаларын лайыҡлы итеп тәрбиәләүгә күп көс һалған ил ағаһы иң ҙур ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Ауырлыҡҡа бирешмәй, төшөнкөлөккә бирелмәй, тормошҡа ыңғай ҡараусы Рамаҙан бабайға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын.