Бөрйән РЭС-ында водитель булып эшләүсе, эшен урын-еренә еткереп башҡарыуы менән хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулаған, етәкселәре маҡтап телгә алған Вәғиз Насыров менән яҡындан таныштырабыҙ. Вәғиз Илгиз улы - Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы егете. Ғаиләһендә ышаныслы ир, хәстәрлекле атай - кәләше Айгөл менән Аяз исемле ул үҫтерәләр. Бында эшкә урынлашҡанға тиклем ул икмәк заводында, 2 йыл холоҡ төҙәтеү колонияһында кесе инспектор, унан себер тарафтарында тәүҙә быраулаусы ярҙамсыһы, аҙаҡ быраулаусы булып эшләгән. Район электр селтәрҙәре ойошмаһына килеп эләгеүенә һис үкенмәй ул. “Эшем бик оҡшай, кол- лектив һәйбәт. Мин “Урал” Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ өләшәләр автомашинаһында бригаданы һәм кәрәкле ҡоролмаларҙы ташыйым. Эш бик етди - электр уты менән өҙөклөктәр килеп сыҡһа, һауа торошона һәм ваҡытҡа ҡарамай, тиҙ арала авария урынына бригаданы алып барып еткерергә кәрәк. Алып барҙым да эш бөттө түгел, егеттәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәм. Унан тыш, планға ярашлы электр линияларын һәм уларға ҡараған ҡоролмаларҙы ремонтларға йөрөйбөҙ. Бушаған арала машинаны ҡарап, төҙөклөгөн тикшереп торам. Әле бына тәгәрмәстәрҙе алмаштырып йөрөйөм”, - ти Вәғиз. Бөрйән РЭС-ы барлығы 6 меңгә яҡын абонентты электр энергияһы менән тәьмин итһә, шуларҙың 200-ҙән артығы юридик шәхестәр, ҡалғаны - физик шәхестәр. Һөнәри байрамдарын коллектив яҡшы эш һөҙөмтәләре менән ҡаршылай – техник хеҙмәтләндереүҙәр һәм капиталь ремонттар ваҡытында башҡарыла, барлыҡ аварияларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеүгә өлгәшелгән. 36 хеҙмәткәр эшләгән Бөрйән РЭСы менән Динар Роберт улы Әминев етәкселек итә.