Граждандарға квитанциялар ебәреүсе, түләүҙәр ҡабул итеүселәр - белгес Дилбәр Аҫылғужина был офиста 1 йыл, ә менеджер Фәнүзә Вәлиева 2 йыл эшләй. Ҡыҙҙар килгән һәр кешегә асыҡ йөҙ күрһәтеп, аңлатып, сетерекле хәлдәргә асыҡлыҡ индереп ултыра. Өлкән белгес Зөлхизә Алтынбаева район буйынса статистик күҙәтеү алып бара, отчет эштәрен башҡара.
Быйылғы йылда клиент офисында 84 яңы килешеү төҙөлгән, 6 меңдән ашыу клиент ҡабул ителгән.
“Үкенескә күрә, электр энергияһы өсөн ваҡытында түләмәүселәр ҙә бар. Быйылғы йылда электр уты менән тәьмин итеүҙе туҡтатыу өсөн 1628 заявка ебәрҙек, шуларҙың 52-һе өҙөү менән тамамланды. Дөйөм алғанда, декабрь айына ҡарата бурыс 4 миллион һумдан ашыу.
Әгәр ҙә абонент 2 ай дауамында электр энергияһы өсөн түләмәһә, уға түләү хаҡында хәбәр итәбеҙ һәм 2 0 көн ваҡыт бирәбеҙ. Ошо ваҡыт эсендә лә түләнмәһә, электр уты менән тәьмин итеүҙе туҡтатыу өсөн заявка ебәрергә мәжбүрбеҙ. Түләү тураһында беҙ “Башэнергосбыт” компанияһының шәхси кабинетында, электрон почтаға, кәрәҙле телефонға хәбәр һәм квитанция формаһында ебәрәбеҙ. Шылтыратып, өйҙәргә шәхсән йөрөп тә сығабыҙ. Шуға күрә “Башэнергосбыт" компанияһының ҡушымтаһын телефонға күсереп алып, күпме электр энергияһы тотонолған, күпме түләү кәрәклеге хаҡында күҙәтеп барырға кәрәк. Шулай уҡ офисҡа килеп актуаль телефон номерын, электрон почта адресын ҡалдырыу ҙа мөһим. Сөнки бурыс тураһында абонентҡа хәбәр итә алмаған осраҡта эштең судҡа китеүе бар.
Һәр айҙың 25-енә тиклем күрһәткестәрҙе бирергә, 10-ына тиклем үткән ай өсөн түләп ҡуйырға кәрәк”, - ти хеҙмәткәрҙәр.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа электр энергияһы менән ҡулланыусыларҙың һаны артҡан. Бер өйҙә уртаса 243 квт электр энергияһы сарыф ителһә, иң күбе Әбделмәмбәт, Ырғыҙлы ауылдарында, ә иң әҙе Үрге Нөгөш ауылында тотонолған.