Гәзит – уртаҡ хеҙмәт емеше. Гәзитте уҡымлыраҡ, эстәлеклерәк итеүҙә ауыл хәбәрселәренең роле бик ҙур. Ул ғына ла түгел, “Таң”дың социаль селтәрҙәге төркөмө лә аҙнаһына бер сыҡҡан гәзиттең “ярҙамсыһы” ролен үтәй. Ашығыс хәбәрҙәр шунда ҡуйыла. Был тәңгәлдә лә беҙ ауылдарҙа йәшәүсе хәбәрселәребеҙҙең ҙур ярҙамын тоябыҙ.
16 декабрҙә бер төркөм хәбәрселәребеҙҙе редакцияға йыйып, кәңәш ҡорҙоҡ, рәхәтләнеп аралаштыҡ, уйындар уйнап алдыҡ.
Беҙгә ҡунаҡҡа Фәтих Сәйфетдинов, Мөнир Фәйзуллин, Әғләм Шәрипов, Фәрзәт Ҡаһарманов, Гүзәл Һырлыбаева, Флүрә Маликова, Сәйҙә Сәйәхова, Динара Ҡотлобаевалар килде.
Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә “Таң” менән бергә булыуҙарын теләйбеҙ.
Һеҙ – беҙҙең таянысыбыҙ.