-Әлеге мәлдә район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар дауам итә. Барығыҙҙы ла иғтибарлы булырға, бигерәк тә Яңы йыл байрамдарында һәм уға әҙерлек ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам.
Шыршы биҙәгәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен онотмағыҙ. Гирляндалар, фейерверктар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, уларҙың сифатына иғтибар итегеҙ, ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Балаларға пиротехника менән шаярыуға юл ҡуймағыҙ. Бының уйынсыҡ түгел икәнен ныҡлап аңлатығыҙ.
Шулай уҡ бөгөнгө көндә актуаль мәсьәләләрҙең береһе - мутлашыусылар һаны артыуы. Улар яңынан-яңы алымдар уйлап табалар. Билдәһеҙ, ят номерҙарға аҡса күсермәгеҙ, аҡса мәсьәләһендә төптән уйламай, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ!
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.