Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь , 09:30

Ашнаҡсы - яуаплы һөнәр

Һуңғы йылдарҙа балаларҙы туҡландырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусыларҙың рационы тулы, файҙалы, шул уҡ ваҡытта тәмле лә булырға тейеш. Аҫҡар мәктәбенең ашханаһында ошо пункттарҙың барыһы ла теүәл үтәлә. Бында уҡыусылар оҙон тәнәфес ваҡытын түҙемһеҙлек менән көтөп ала, сөнки ашхананан килгән тәмле еҫ алдан уҡ танауҙарҙы ҡытыҡлап, үҙенә саҡырып тора. Унда балаларҙы тәмле ризыҡ һәм яҡты йөҙ менән Тәскирә апайҙары ҡаршы ала.

Ашнаҡсы - яуаплы һөнәр
Ашнаҡсы - яуаплы һөнәр

Тәскирә Юлмөхәмәтова - Байназар ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында мәктәп тамамлағас, һөнәрселек учлищеһында ашнаҡсы һөнәренә уҡып ала. Унан Аҫҡар ауылы егете Ғүмәр менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Был ауылға килен булып төшөүенә сирек быуат та тулып бара. 20 йылдан ашыу мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләһә, аҙаҡ ашнаҡсы эшенә күсә.

Балаларҙың яратҡан ашнаҡсыһы ғына түгел, күп балалы әсә лә Тәскирә апай. Тормош иптәше Ғүмәр ағай менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ике өлкән ҡыҙҙары кейәүгә сығып, үҙ аллы донъя көтәләр. Өсөнсө ҡыҙҙары Нурания уҡыуын тамамлап, Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Улдары Ғәзиз 10-сы, кинйәләре Азалина 6-сы класта уҡый.

Ипле, оҫта ҡуллы, уңған ашнаҡсыны хеҙмәттәштәре бик ихтирам итә. Һәр ризыҡҡа күңел йылыһын ҡушып бешерә, тиҙәр уның хаҡында. Ә район йәрминкәһендә иһә Аҫҡар ауылы биләмәһе янына тик ул бешергән икмәкте һорап килеүселәр бихисап. Тәмле, күпереп бешкән икмәктәр Тәскирә апайҙың оҫта ҡулдарының хеҙмәте емеше.

-Ярҙамсым Сәғиә Әйүпова менән 63 уҡыусыға ашарға әҙерләйбеҙ. Тәүҙә башланғыс, һуңынан өлкән класс уҡыусыларын ашатабыҙ. Берҙәм менюға ярашлы, ит, һөт, ярма аштары, төрлө ярмаларҙан бутҡалар бешерәбеҙ. Ике көнгә бер тапҡыр мәктәп баҡсаһында үҫтерелгән йәшелсәнән турама эшләйбеҙ. Икмәкте, булкаларҙы һатып алмайбыҙ, үҙем бешерәм.

Ашханала 6 йыл эшләү осоронда ҡайһы бала ниндәй ризыҡты ярата, ҡайһыныһын үҙһенмәй икәнен белеп бөткәнмен - йәшелсәне үҙ итмәүселәргә бутҡаны, йә ашты күберәк һалам, кем эҫе сәй эсә, кем йылы, тигәндәй.

Балаларҙы ашатыу мөһим һәм яуаплы эштәрҙең береһе. Уларҙың һүҙе – һинең эшеңә иң ҙур баһа. Бешергән ризығыңды маҡтап ашаһалар, рәхмәт әйтеп тороп китһәләр, ашнаҡсы өсөн шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡтыр ул, - ти Тәскирә Сәйфулла ҡыҙы.

 

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: