Ойоштороу комитетына ауыл биләмәләре, профсоюз һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән берлектә мәҙәниәт учреждениеларында, майҙандарҙа карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм Яңы йылға арналған башҡа саралар ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк – шыршыларҙы биҙәгәндә целлулоид һәм башҡа тиҙ янып китеүсән материалдарҙан яһалған уйынсыҡтар һәм биҙәү әйберҙәре, иллюминация өсөн майшәмдәр, бенгаль уттары файҙаланыу, шыршы төбөнә һәм биҙәү өсөн ботаҡтарына мамыҡ һалыу, утҡа ҡаршы эшкәртелмәгән мамыҡтан эшләнгән уйынсыҡтар ҡулланыу тыйыла.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарына ауыл мәҙәниәт йорттары янында балалар өсөн яһалма тауҙар эшләүҙе ағымдағы йылдың 18 декабренә тиклем тамамларға, 15 декабргә тиклем мәғариф ойошмалары етәкселәре менән берлектә хоккей коробкалары булған урындарҙа катоктар туңдырырға, “Һаумы, Яңы 2025 йыл!” конкурс ойошторорға тәҡдим ителә.
Урман хужалығына 10 декабрҙән шыршы һатыуҙы, шулай уҡ 17 декабргә тиклем район мәҙәниәт һарайы алдына һәм фойеһына ултыртыу өсөн шыршы менән тәьмин итеүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелә.
Бынан тыш, шыршыларҙы биҙәү, кешеләр ял итә торған урындарға, парктарға байрам төҫө индереү буйынса һәм башҡа күп һанлы саралар ҡаралған.