Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь , 15:15

Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра

Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһе төп эштәренән тыш ниндәйҙер шөғөл менән булышырға ынтыла. Уларҙың араһында алдынғы, ижади ҡарашлы, маҡсатына ҡыйыу атлаған йәштәр булыуы һөйөндөрә. Иҫке Собханғол ауылының һул яҡ ярында - Ағиҙел ҡасабаһында йәшәүсе Лилиә Һатыбалова ла тап шулар рәтенән. Бөрйән килене күп йылдар үҙенә табыш килтерәсәк шөғөл эҙләй. Тырышлығы юҡҡа булмаған - Лилиә Өммәт ҡыҙы тафтинг келәмдәр етештереүҙе ныҡлап өйрәнеп, беҙҙең районда бөтөнләй яңы бизнес йүнәлешен булдырған.

Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра
Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра

Лилиә - Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү, сигеү һәм бәйләү менән мауыға.

Тафтинг – балаҫтар эшләү техникаһы. Махсус энә ярҙамында төрлө ептәрҙән тегеү ысулы менән туҡымаға һүрәт төшөрөлә. Техниканың исеме инглиз теленән тәржемә иткәндә “шәлкем, бәйләм” тигәнде аңлата. Тафтинг келәмдәр эшләү сит илдән килгән ҡул эштәренең төрө. Был техника башлыса балаҫ һуғыуға оҡшаш. Тафтинг шуның кеүек үк, тик ул заманса алымдар менән эшләнә. Ҙурыраҡ келәмдәрҙе электр көсө менән эшләгән “пистолет” ярҙамында тегеүе уңайлы.

-Мауығыуҙарымдан сығып, күңелемә оҡшаған шөғөл эҙләнем. Интернеттан беҙҙең өсөн ят булған тафтинг келәмдәр эшләү тураһында мәғлүмәткә юлығып, былтыр февраль айында башлап ҡарарға ниәт иттем. Башланғысымды тормош иптәшем дә хуплағас, дәртләнеп тотондом. Әйткәндәй, был йүнәлеш буйынса шөғөлләнеүселәр Башҡортостанда юҡ тип беләм. Тәүҙә эштәремде ҡул көсө менән эшләнем. Аҙаҡ АСПК программаһы буйынса махсус тафтинг “пистолеты”, тауарҙар, ептәр һатып алдым, - ти Лилиә.

2023 йылда халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға адреслы социаль ярҙам алған Лилиә төрлө күргәҙмәләрҙә, фестивалдәрҙә ҡатнашырға тырыша.

-Этник стилде яҡын күрәм, сөнки башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, һаҡлауға үҙ өлөшөмдө индергем килә, - ти заманса ғына түгел,  шул уҡ ваҡытта башҡорт рухы, илһөйәрлек менән һуғарылған ҡул эштәре оҫтаһы.

Ябай ғына туҡыма һәм ептәрҙән хайран ҡалырлыҡ матурлыҡ тыуҙырған Лилиә шулай уҡ кейемдәргә лә һүрәттәр төшөрә. Күптән түгел ул габардин материалынан ашъяулыҡтар ҙа эшләй башлаған.

Башҡортостан символикаһы йәки милли орнаменттар менән биҙәлгән кейемдәр, ашъяулыҡтар күптәрҙең күңеленә хуш килгән. Лилиә заказ биреүселәренең теләктәренә ҡарап та кейемдәргә төрлө биҙәктәр һала. Шулай уҡ аят аштарында ҡулланырға мөмкин булған махсус өҫтәл япмалары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Лилиәнең ҡул эшенә маһирлығы әсәһенән дә килгәндер. Сөнки әсәһе лә заманында балаҫ һуҡҡан, йәше 80-гә етеп килһә лә, ҡул эштәрен ташламай, ҡорама ҡорау менән мауыға икән.

-Ҡыҙым да ҡул эштәренә битараф түгел. Әлбиттә, уның киләсәктә нимә менән шөғөлләнерен әйтә алмайым. Әммә ниндәй һөнәр һайлаһа ла, ҡул эштәрен белһә, афарин, тип кенә әйтәсәкмен, - ти ике бала әсәһе Лилиә.

Лиана – 5-се класс уҡыусыһы, Линар быйыл беренсегә барған. Тормош иптәше Артур район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре, матур йырҙары менән күптәргә таныш.

Ғаиләһендә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй “Уңыш” магазинында һатыусы булып эшләй. Үҙенең алсаҡлығы, егәрлелеге менән арбаған һатыусыны һатып алыусылары ла ярата.

-Районыбыҙҙың Шүлгәнташ, башҡорт балы менән генә дан тотмауын,  халыҡтың башҡа төрлө кәсептәр менән дә шөғөлләнеүен күрһәткем килә. Әлбиттә, был төр ҡул эше популяр булып китһә, өйрәнергә теләүселәр булһа, бик шат булыр инем, - ти оҫтабикә.

Матур күңелле кешеләр генә матурлыҡты тыуҙыра беләлер. Йәшәйешебеҙҙе күҙҙең яуын алырлыҡ ижади эштәре менән биҙәгән, һәр яҡлап уңған кешеләр менән аралашыу күңелдәргә дәрт, ҡыуаныс ҡына өҫтәй бит ул.

Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра
Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра
Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра
Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра
Оҫта ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: