Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайында Илшат Ғәлимйән улы бер тауыштан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына делегат итеп һайланды.
Тыуған еренә, иленә, халҡына тоғролоҡ һаҡлап, ул үҙ районында хеҙмәт итә. Башҡортостан Республикаһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән урмансылығы буйынса «Урмансылыҡ идаралығы» бүлеге начальнигы булып эшләй. Әүҙем йәмәғәтсе, халҡына тоғро хеҙмәт итеүсе Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов бер нисә йыл рәттән - Бөрйән район Советы депутаты. Район Советы рәйесе вазифаһын да берҙәй оло яуаплылыҡ менән башҡара.
Ғаиләһендә тормош юлдашы Миләүшә Ширғәле ҡыҙы менән ике ул, еләктәй бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә юғары белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғандар.
Әйткәндәй, делегаттың атаһы Ғәлимйән Сибәғәт улы Бөрйән башҡорттары ҡоролтайына нигеҙ һалған, тәүге съезд делегаты ла, оҙаҡ йылдар уның рәйесе булып, районда ғына түгел, сит өлкәләге ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ - Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһы башҡорттары менән эшлекле бәйләнештә булған ялҡынлы ҡоролтай рәйестәренең береһе лә.
12 -14 декабрҙә Өфөлә үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ышаныс бик ҙур.
- Алдағы көндә үтәсәк ҡоролтайҙың эшендә уңыштар, яҡшы башланғыстар, матур уй-фекерҙәр, илебеҙ алдында торған ябай булмаған яуаплы осорҙа еңеүҙәр теләйем. Ил-йортобоҙға тыныслыҡ килһен, егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһындар. Тыныслыҡ булһа, барыһы ла була, - тигән теләктә Илшат Ғәлимйән улы.