-Идаралыҡтың Бөрйән районы участкаһы 246,1 км төбәк, муниципаль-ара, 243,7 км урындағы юлдарҙы йыл әйләнәһенә хеҙмәтләнлдерә. Ҡышҡы осорҙа төп бурыс - юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, боҙға ҡаршы материалдар һибеү. Иң мөһим проблемаларҙың береһе – ул кадрҙар етешмәүе. Әлеге мәлдә “Д” категориялы трактористар, грейдерға машинистар, КамАЗ һәм еңел автомобилдәргә "В”, “С" категориялы водителдәр, шулай уҡ иретеп йәбештереүсе талап ителә. Был проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ.
Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, бурыстар ҡуйылды.
Барығыҙға ла уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – ти район етәксеһе.