3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында беҙҙең райондан ҡортсо Вадим Сәйфетдинов Радий Хәбировтан башҡорт бал ҡортоноң популяцияһын кәметкән сирле ҡорттарҙы башҡа төбәктәрҙән контролһеҙ индереүгә юл ҡуймау буйынса саралар күреүен һорағаны бөтәбеҙгә лә мәғлүм.
Бөрйән халҡына был проблема күптән таныш. Ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан фәнни-етештереү ветеринария лабораторияһының әйҙәүсе белгесе Әғләм Шәрипов төрлө йыйылыштарҙа, конференцияларҙа бының хаҡта һорау күтәргәйне. Уның башҡорт бал ҡортона зыян килтергән тропи талпаны тураһында мәҡәләһе “Таң” гәзитендә лә донъя күргәйне. Шунан бер өҙөктө тәҡдим итәбеҙ:
“Тәүҙә был мәҡәләне “Йылы яҡ ҡорттарын һатып алыу кәрәкмәй” тип атарға микән, тип уйлап ултырҙым. Тора-бара “Сит ҡорттар ҡурҡыныс янай” тигән исем оҡшай төштө. Аҙаҡ “Бәлә аяҡ аҫтында” тип яҙырға микән тип уйлап ҡуйҙым. Әммә был исемдәр барыбер мәҡәләнең төп мәғәнәһен тулыһынса аса алмаҫ һымаҡ тойолдо. Күп уйланғандан һуң “Тропи талпаны варроатоздан күпкә ҡурҡыныс” тип атарға булдым. Ысынлап ҡурҡынысмы әллә был хәбәр бушмы – һығымтаны һәр кем үҙе яһар, моғайын.
Мәҡәләнең исеме үк әйтеп торғанынса, һүҙ тропи исемен алған талпан тураһында бара. Уның тулы исем-шәрифе Тропилелапсоз клеаре була. Исеме бер аҙ оҙонораҡ шул. Шуға уны бер аҙ ҡыҫҡартып, тропи талпаны тип йөрөтәләр. Бөгөн ул бал ҡорто күсенең иң ҡурҡыныс ҡоротҡосо (паразиты) булып иҫәпләнә. Уның көсөн варроа талпаны менән сағыштырып та булмай. Бында, «ер менән күк араһы» тигән сағыштырыу тулыһынса тап килә.
Был талпандар араһында биш оҡшашлыҡ бар. Беренсенән, уларҙың тыуған илдәре бер үк. Улар икеһе лә Азияның көнъяҡ-көнсығыш өлөшөндә “тыуған”. Икенсенән, заманында улар бары тик индия исемле бал ҡорттарында ғына көн күргән. Өсөнсөнән, улар икеһе лә үрсем (расплод) ауырыуы булып иҫәпләнә. Дүртенсенән, был талпандар күпмелер ваҡыттан һуң индия ҡортонан яңы “хужаға” – бал ҡортона күсә алған. Был хәл үткән быуаттың 60-сы йылдарына тура килә. Бишенсенән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был талпандар беҙҙең илгә лә килеп етә алған. Шуныһы хәүефкә һала – бөгөн был талпан беҙҙе пакет менән тәьмин иткән йылы өлкәләрҙә (Краснодар, Адыгея һәм Ростов өлкәһе) һәм Узбәкстанда бар. Әйтергә кәрәк, талпандар бик тиҙ таралыуы менән ҡурҡыныс. Бына, әйтәйек, варроа талпаны Рәсәйҙә тәү тапҡыр 1964 йылда Приморье өлкәһендә табыла. Ни бары ун биш йыл эсендә Башҡортостанға килеп тә етә. Ә бына тропи талпаны беҙгә килеп етә алырмы әллә юҡмы – бына быныһы тик үҙебеҙҙән тора.
Бына ошо урында күптәр ошолай әйтеп, ҡул һелтәп ҡуйыр:
- Эй, буш хәбәрҙер. Заманында вароатоз менән дә ошолай ҡурҡыта торғайнылар. Хатта тотош умарталыҡты яндырырға ҡушалар ине. Әлхәмдүлилләһи, бөгөн варроа талпаны менән һин дә мин йәшәп ятабыҙ. Был тропи тигәне менән дә хәл ошолайыраҡтыр. Ҡурҡыныс талпан килә, тип бушҡа яу һалаларҙыр.
Әлбиттә, был һүҙҙәр менән өлөшләтә килешмәйенсә булмай. Һүҙ ҙә юҡ, заманында варроатоз тураһында ҡурҡыныс хәбәрҙәр күп булды. Тора-бара беҙ уға тамам өйрәнеп бөттөк, буғай. Бөгөн варроаны ниндәйҙер ҡурҡыныс талпан һымаҡ ҡабул итмәйбеҙ. Әммә ошо урында «әммә» тип әйтергә тура килә. Сөнки тропи талпаны менән бындай хәл ҡабатланмаясаҡ. Сәбәбе ябай – был талпандар араһында айырмалыҡтар үтә күп”, - тип яҙҙы Әғләм Шәрипов.
Бөрйән, ғөмүмән башҡорт бал ҡортон һаҡлау буйынса Бөрйәндә 2023 йылдың 13 мартында «Бөрйән районында ҡортсолоҡто үҫтереү, бал ҡорттарының тропилелапсоз ауырыуын иҫкәртеү» темаһына бағышланған һәм Бөрйән балы данын донъяға таратыуҙы маҡсат итеп алған фәнни-ғәмәли конференция булып уҙғайны. Башҡортостанға, Бөрйән районы биләмәһенә бал ҡорттарына зарар килтергән ҡоротҡостарҙың бер төрө - тропилелапсоз ауырыуын таратыусы тропик талпан инеү ҡурҡынысы тураһында һүҙ барҙы. Унда Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен райондары вәкилдәре ҡатнашты.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеобәйләнеш аша тәбрикләне.
- Башҡорт балы татлы ризыҡ ҡына түгел, ә республикабыҙ бренды. Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, яҡлау - изге бурыс. Был эштә дәүләт тә, йәмәғәтселек тә берҙәм булырға тейеш. Мәғлүм булыуынса, ойошма вәкилдәре республика Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте һәм башҡорт бал ҡортона арналған махсус көн билдәләүҙе һораны. Был башҡорт бал ҡортон, балын танытыуға булышлыҡ итеү менән бер рәттән, тармаҡҡа ҡағылышлы проблемаларға ла иғтибар йәлеп итәсәк, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
-Ә нисек һаҡланырға һуң был талпандан? Бер генә юл ҡала – йылы яҡ ҡорттарын һатып алмаҫҡа!
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөгөн ябай умартасы ла, юғары урын биләгән етәксе лә бер хәбәрҙе һөйләй – бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланырға һәм республикаға йылы яҡтан ҡорттар индермәҫкә! Әгәр был талпан бер килеп йәбешһә, унан бер нисек тә ҡотолоп булмаясаҡ! – ти ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Шәрипов.
Тура эфир ваҡытында Радий Хәбиров:
"Бының ҡатмарлы проблема икәнен, умартасыларҙың башлыса көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорто пакеттарын килтереп, һуңынан башҡорт балы тип һатыуҙарын беләм. Антибиотиктар ҙа ҡулланалар. Беҙҙең ветеринария хеҙмәттәре ошо хаҡта белә һәм сара күрә", - тип билдәләне.
Ә Башҡортостан вице-премьеры - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов быйыл Хөкүмәт бойороғо буйынса бал ҡорттарын законһыҙ индереүгә юл ҡуймау операцияһы уҙғарылыуы хаҡында һөйләне. "Республикала тәүге тапҡыр "Бал ҡорто" операцияһы ойошторолдо. Ул һөҙөмтә бирҙе. Эш дауам итер. Үҙебеҙҙең бал ҡорттарын яҡларға кәрәк", - тине Илшат Фәзрахманов.