Йәйләүгә барған юлдағы бер ерҙә йылға аша сығырға тура килгән. Юлаусылар ошо йылға аша йәйәүләп, йә ат менән бик ыҙа сигеп үтеп йөрөр булғандар. Ләкин бер кем дә күпер төҙөргә уйламаған.
Бәҙрикамал әбей, ир-егеттәргә үс итеп, күпер һалған. Яуымбайҙар күпер һалыусының исемен ҡыҫҡартып ҡушып, ул һалған күперҙе ҡушаматы менән Бәҙек күпере тип йөрөтә башлағандар.
Илназ Азанғолов, Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы. 2023 йыл.
(Сығанаҡ: Ҡыҙыҡлы топонимика төркөмө).