Йәмғиәт
26 Ноябрь 2024, 03:20

Сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә

Кисә, 25 ноябрҙә, район етәксеһе Р. Абдуллин сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмә барышында районда оператив хәл-торош, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 2024 йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтары һәм киләһе йылға бурыстар, Яңы йыл байрамын үткәреүгә әҙерлек саралары, «Инцидент-менеджмент» системаһында эшләү мәсьәләләре ҡаралды.

Сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәСираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә
Сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә

-Кәңәшмә барышында районда оператив хәл-торош, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 2024 йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтары һәм киләһе йылға бурыстар, Яңы йыл байрамын үткәреүгә әҙерлек саралары, «Инцидент-менеджмент» системаһында эшләү мәсьәләләре ҡаралды.
Көн тәртибенең бөтә һорауҙары буйынса йөкләмәләр бирелде һәм яуаплылар билдәләнде.
Форсаттан файҙаланып, район халҡын көҙгө-ҡышҡы осорҙа һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге хаҡында иҫкәртергә теләйем. Йылғалар һәм күлдәр туңа башлауы өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да иғтибарын йәлеп итә. Һуңғы биш йылда республикала 58 бала боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Боҙҙа уйнау, бигерәк тә әлеге мәлдә, йыш ҡына балаларҙың һәләкәтенә һәм йәрәхәтләнеүенә алып килә. Ата-әсәләрҙе балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм даими рәүештә хәүефһеҙлек саралары тураһында иҫкәртергә саҡырам. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тип хәбәр итә Рәмил Миңлеәхмәт улы үҙенең сәхифәһендә.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас