Йәмғиәт
21 Ноябрь 2024, 11:45

Водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙы ҡатмарлаштырырға йыйыналар

Рәсәйҙә водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙа үҙгәрештәр булыуы ихтимал. “Башинформ” хәбәр иткәнсә, водителдең туҡтауҙан баш тартҡан өсөн штрафты  ла 10 мең һумға тиклем арттырыуҙары ихтимал.

Водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙы ҡатмарлаштырырға йыйыналарВодитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙы ҡатмарлаштырырға йыйыналар
Водитель таныҡлығы өсөн медицина белешмәһен алыуҙы ҡатмарлаштырырға йыйыналар

Атап әйткәндә, наркотиктарға анализдар өҫтәлеүе мөмкин, тип хәбәр итә Mash телеграм-каналы.

«Хәҙер барлыҡ автомәктәптәр ҙә тиерлек клиникалар менән дуҫ һәм ҡағыҙ мәсьәләһен арзан хаҡҡа хәл итә. Хатта интернетта 3-3,5 мең һумға нарколог һәм психиатр ҡултамғаһы ҡуйылған белешмәгә заказ бирергә була. Бындай осраҡта бер кем дә анализ тапшырмай», — тип яҙа баҫма Милли автомобиль союзының вице-президенты Ян Хайцеэрға һылтанма менән.

 Рәсәйҙә водителдең туҡтауҙан баш тартҡан өсөн штрафты  ла10 мең һумға тиклем арттырыуҙары ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-21/v-rossii-mogut-uslozhnit-poluchenie-medspravki-dlya-voditelskih-prav-4018326

Автор:
Читайте нас