Республикабыҙҙың Бөрйән районына күптән түгел яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Ул – Рәмил Миңләхмәт улы Абдуллин – Ишембайҙың Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан, юғары белемле юрист. Заманында Бөрйәндең урман хужалығында хоҡуҡ белгесе, унан судья ярҙамсыһы, судья, суд рәйесе булған. Артабан тыуған районы хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе, Совет секретары, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаларын атҡарған.
Яңы хеҙмәт урынында – оло яуаплылыҡ талап иткән етәкселек эшендә ҙур уңыштар теләп, Рәмил Миңләхмәт улына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Бөрйән районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеү менән иң беренсе ниндәй проблема “күҙгә ташланып” торғанын тойҙоғоҙ?
– Юлдар торошо. Райондың күп ауылдары араһындағылары ла, күрше райондар менән бәйләгәндәре лә ҙур иғтибар талап итә. Юл – йәшәү сифатының көҙгөһө, тибеҙ. Ул насар икән, эҙемтәһе иң беренсе халыҡтың кеҫәһенә “һуға” – матди хәленә кире йоғонто яһай. Хәҙер төпкөл ауылдарҙа ла һәр йортта тиерлек еңел автомобиль бар, кешеләр төрлө йомоштары менән район үҙәгенә йыш килә, башҡа яҡтарға ла йөрөп тора – яҡшы йәшәү өсөн әүҙем тормош алып бара. Шул уҡ ваҡытта урындарҙа шәхси эшҡыуарҙарҙың магазиндары бар, улар тауар ташыу өсөн көн дә тиерлек юлға сыға. Байтаҡ урында уҡыусыларҙы мәктәпкә автобуста алып киләләр һәм кире илтәләр. Ғөмүмән, йәшәйештең һәр тармағы юл менән бәйле. Ауылдарыбыҙ үҫешһен, йүнселдәребеҙ, ауырлыҡтар сәбәпле туҡтап ҡалмайынса, үҙ кәсептәрен уңышлы дауам итһен, “Ашығыс ярҙам”, янғын һүндереү хеҙмәттәре тиҙерәк йөрөһөн, йәш быуын тыуған ерендә яҡшы өлгө генә күреп, киләсәген йәнтөйәге менән бәйләргә ниәтләп үҫһен һ.б. тиһәк, әлбиттә, иң беренсе юлдарҙы яҡшыртырға тейешбеҙ.
Бөрйән халҡы көнкүреш мәсьәләләре буйынса күрше Темәс ауылына, Баймаҡҡа, Сибайға йыш йөрөй. Ул яҡтағы урта махсус һөнәри, юғары уҡыу йорттарында белем алған йәштәребеҙ ҙә күп. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Иҫке Собханғол – Сибай юлын төҙөкләндереү буйынса ярҙам һорарға ниәт бар. Шулай уҡ Бөрйәндән Ишембай районына, артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһына тура сығыу мәсьәләһе хәл ителә башланы. Был юл һалынһа, районыбыҙҙан Өфөгә лә тиҙерәк барып етә аласаҡбыҙ.
Билдәле булыуынса, әлбиттә, Бөрйәндең юлдары хәҙер уҙған быуаттағы кеүек бөтөнләй үткеһеҙ түгел – уларҙы яҡшыртыу буйынса күп эш башҡарылған. Заман мөмкинлектәренән файҙаланып, халыҡтың мәнфәғәттәрен, ауылдарҙың киләсәген хәстәрләүҙе беренсе сиратҡа ҡуйып, юл торошон иғтибар үҙәгенән төшөрмәү мөһим.
Райондың географик үҙенсәлектәре, тау-таш араһында урынлашыуы юл ремонтлау-төҙөү идаралығына йыл дауамында тынғыһыҙ хеҙмәтләндереү бурысын ҡуя. Күптән түгел урындағы ошо тармаҡ етәкселәре менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләштек. Ҡыш шарттарында райондағы автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, кәрәкле техникаларҙың эшкә әҙерлек кимәле хаҡында фекер алыштыҡ. Әбйәлил юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Бөрйән районындағы участкаһында хәл итәһе байтаҡ мәсьәлә бар, шул иҫәптән, эшселәргә ҡытлыҡ кисерелә: ойошмаға тракторсылар, грейдерсылар, “В”, “С” категориялы водителдәр кәрәк. Осрашыу барышында күтәрелгән көнүҙәк проблемаларҙы яйға һалыу юлдарын бергәләп табырбыҙ, тип ышанам.
– Билдәле булыуынса, Бөрйән – тыуым кимәле буйынса алдынғыларҙың береһе. Демография тотороҡло һаҡланған районда халыҡтың һаулығын хәстәрләү тейешле кимәлдә ойошторолғанмы?
– Республикабыҙҙың башҡа райондары менән сағыштырғанда, әлегә тиклем Бөрйәндә тыуым кимәле иң юғарыһы булып килде. Әммә һуңғы арала яйлап кәмеү күҙәтелә. Бының төп сәбәбе билдәле, ул йәштәрҙең ошо ерҙә төпләнеүенә, киләсәген шунда күреүенә бәйле.
Һаулыҡ һаҡлауға килгәндә, район үҙәк дауаханаһына үҙ һөнәрен яҡшы белгән, яратҡан белгестәр тупланған. Һуңғы ваҡытта коллектив байтаҡ йәш табиптар менән тулыланды, һәммәһе лә яҡшы әҙерлекле. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәс үк райондың төп медицина учреждениеһында булып, ундағы эшмәкәрлек менән таныштым, хеҙмәтләндереү сифатын, бинаға ремонт кәрәклеген күрҙем. Осрашыуҙа дауахананың мохтажлыҡтары, хәл итәһе мәсьәләләр хаҡында фекер алыштыҡ, киләсәккә пландар ҡаралды.
Ауылдарҙа ла халыҡтың ышанысын яулаған яҡшы белгестәр эшләй. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проектына ярашлы, районда инде 13 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, 14-сеһе тиҙҙән асыласаҡ. Барыһында ла хеҙмәткәргә эшләү, пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, биналар заманса стандарттарға, санитар нормаларға тулыһынса тап килә, кәрәкле медицина ҡорамалдары, йыһаздар менән тәьмин ителгән.
Урындағы халыҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын ҙур ярҙам тип һанай. Район үҙәк дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә шундай күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора. Мәҫәлән, әле ноябрҙә терапевт, акушер-гинеколог, педиатрҙан торған белгестәр төркөмө Ҡурғашлы, Иҫке Мөсәт, Тимер ауылдарында халыҡтың һаулығын тикшерҙе, ай аҙағына тиклем тағы ла Исламбайға, Аҫҡарға барасаҡтар. Бындай күсмә ҡабул итеүҙәр даими уҙғарыласаҡ.
Демография үҫешенең төп нигеҙе, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, сабыйҙарҙың сәләмәтлегендә. Уларҙың һаулығын хәстәрләү маҡсатында район үҙәк дауаханаһында консультациялар үткәрелеп тора. Әммә шуныһы борсой: үҙебеҙҙә бала табыу бүлексәһе юҡ. Ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға байтаҡ алыҫтағы Белорет дауаханаһына йөрөү, һис шикһеҙ, ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Элек-электән оҫта, тәжрибәле акушер-гинекологтары менән дан тотҡан, тыуым йәһәтенән нисәмә йылдар өлгө күрһәтеп килгән Бөрйәндә бала табыу бүлексәһен киренән асыу дөрөҫ булыр ине тигән фекерҙәмен.
– Ғаиләне ишәйтеүгә ынтылыш урында балалар өсөн социаль объекттар, үҫеш мөмкинлектәре булыуға ла бәйле. Тәрбиә, белем биреү ойошмалары, спорт үҙәктәре ниндәй хәлдә?
– Районда заманса уңайлыҡтарға эйә мәктәптәр бар, шул уҡ ваҡытта ремонт, йыһазландырыу талап иткәндәре күп. Иң ныҡ борсоуға һалғаны – уҡыусыларҙың аҙайыуы. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында уларҙың дөйөм иҫәбе өс мең самаһы булһа, әле йөҙгә кәмерәк. Был – ҙур айырма.
Белем биреүҙең сифаты иһә төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа уңыш ҡаҙаныуҙа, Берҙәм дәүләт имтихандары баһаһында нығыраҡ күренә. Бөрйән уҡыусыларының, мәҫәлән, робот техникаһы буйынса республика ярыштарында еңеүҙәр яулауы, шулай уҡ БДИ-нан йөҙ балл йыйыуға өлгәшә алыуы – сикһеҙ ғорурлыҡ! Бындай ҡаҙаныштарҙа тәү сиратта уҡытыусыларҙың оло хеҙмәте ята. Алда әйткәнемсә, районда иҫке биналы мәғариф учреждениелары ла күп – Совет осоронан ҡалған ошондай ағас мәктәптәрҙә лә заман технологияларын юғары кимәлдә өйрәтеү өлгөһөн күрһәтә беҙҙең педагогтар.
Белемгә ынтылып та, һаулығың хәстәрләнмәһә, ыңғай һөҙөмтә булмаясағын күҙ уңында тотоп, районда элек-электән спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән хәҙер заман мөмкинлектәре киң файҙаланыла. Мәҫәлән, күптән түгел Ҡурғашлы ауылында балалар спорт һәм уйын майҙансығын асыуҙа ҡатнаштым. Ул “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы төҙөлгән. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 700 мең һум субсидия бүленһә, халыҡ 105 мең һум ҡушҡан. Ҡурғашлыларҙың, айырыуса балаларҙың спорт майҙансығына ихлас шатланғанын күреп, дәрт-дарман алып ҡайттыҡ. Эйе, заман проекттары ҙур мөмкинлектәр бирә, уларҙа ҡатнашырға кәрәк.
Әле Иҫке Собханғол ауылында күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлөп бөтөп килә. Унда асфальт түшәлгән, бордюрҙар, волейбол сеткаһы, футбол ҡапҡалары, баскетбол өсөн кәрзиндәр ҡуйылған, йүгереү юлы һалынған. Майҙансыҡта спорттың башҡа төрҙәре менән дә шөғөлләнергә мөмкин, барлыҡ шарттар булдырылған. Район өсөн ҙур әһәмиәткә эйә был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Иҫке Собханғол ауылындағы “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексының район халҡын спортҡа йәлеп итеүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тренажер һәм уйын залдары, ГТО нормативтарын тапшырыу үҙәге, бассейны булған учреждениела Бөрйән ауылдары уҡыусылары, йәштәре, өлкәндәре араһында ярыштар йыш уҙғарыла, унда шулай уҡ район-ара, зона кимәлендәге сараларҙы ла ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, күптән түгел Урал аръяғы райондары ветерандары командалары араһында волейбол турниры бик шәп үтте.
Бөрйән балаларынан алып өлкәндәренә тиклем республикала һәм унан ситтә уҡ атыу буйынса даими дан яулап йөрөүе лә – районда һаулыҡҡа, рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленеүенә дәлил.
– Сәләмәт йәшәүгә ынтылыш тигәндән, Бөрйән ауылдары йыл да тиерлек “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңышлы ҡатнаша, тәүге урындарҙы яулай.
– Был еңеүҙәр, әлбиттә, ауыл, район халҡының уртаҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Изге маҡсатҡа – эскелекте бөтөрөүгә, тимәк, асылыбыҙҙы һаҡлауға, яҡшы, имен йәшәүгә ынтылыш биргән конкурста һынау тотҡандарға бар яҡлап булышлыҡ ҡылыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Әле, билдәле булыуынса, бәйгенең муниципаль этабы бара. Еңеү яулаған ауыл Бөрйән данын республика кимәлендә лайыҡлы яҡлар тигән ышаныстамын. Конкурстың ғәмәли һөҙөмтәләренә килгәндә, халҡыбыҙҙа, ысынлап та, сәләмәт йәшәүгә ынтылыш көсәйә. Быны һуңғы йылдарҙа “Айыҡ туй”ҙарҙың күбәйеүе, һатыуҙа хәләл ризыҡтарҙың артыуы, райондың һәр ауылында иман йорттарының тәрбиә үҙәгенә әйләнә барыуы һ.б. – барыһы ла асыҡ дәлилләй.
Эскелектең сәбәбе күп осраҡта – эшһеҙлектә. Хеҙмәт урындары күбәйә барған һайын яман ғәҙәттәр аҙаясаҡ. Был йәһәттән Бөрйән эшҡыуарҙарына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Йүнселдәребеҙ айырыуса ағас эшкәртеү, ҡортсолоҡ, малсылыҡ, йылҡысылыҡ, туризм менән шөғөлләнә, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүселәр, мәҫәлән, урындарҙа магазин тотоусылар күп. Билдәле булыуынса, хәҙер шәхси эшҡыуарҙар, үҙ кәсебен киң йәйелдерергә теләгәндәр өсөн дәүләт тарафынан төрлө программалар ҡаралған. Ауыл хужалығы өлкәһендә лә төрлө субсидиялар бар. Йәнә ташламалы кредит, лизингтар, продукцияны ситкә сығарып һатыу өсөн ярҙам саралары, фондтар, төрлө мәғлүмәт-консультация булышлығы, финанс һәм һөнәри белемде камиллаштырыу курстары һ.б. – барыһы ла бәләкәй, урта бизнесты йәнләндереүгә, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йүнселдәребеҙ эшләргә теләһен генә – терәк-таяныс буласаҡбыҙ.
Бөрйән тәү сиратта балы менән данлы. Районда шәхси умартасылар, солоҡсолар, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы ҡортсолары башҡорт бал ҡортон, милли кәсебебеҙҙе һаҡлау, тергеҙеү эшенә ҙур иғтибар бүлә. Тармаҡтағы хәл итәһе мәсьәләләр буйынса даими һөйләшеүҙәр, ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторолоп тора. Районға башҡа тоҡомло, шулай уҡ ауырыу ҡорттарҙы индермәү, үҙебеҙҙекен һаҡлау төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Был өлкәләге ошо һәм башҡа проблемаларҙы яйға һалыу эше артабан да дауам итәсәк.
Районда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән, башҡорт аттарын үрсеткән, һөҙөмтәлә республика кимәлендә, сит төбәктәрҙә уҙғарылған бәйгеләрҙә Бөрйән данын лайыҡлы яҡлап йөрөгән ир-егеттәребеҙ ҙә бар. Халҡыбыҙҙа борондан килгән был шөғөлдө, һис шикһеҙ, артабан да һаҡлау, үҫтереү мөһим. Атлы кеше ҡанатлы, тиҙәр – тыуған ере, милләте өсөн яуаплы ир-егеттәребеҙ күңелендә дәрт-дарман, рух һүнмәһен.
– Ә Бөрйәндең киләсәге тип һаналған туризмға килгәндә...
– Быйылғы ямғырлы йәйҙә лә районға илле мең тирәһе турист килгән. Тимәк, халыҡта ихтыяж бар, уларҙы хеҙмәтләндереү сараларын киңерәк йәйелдереү, эшләргә теләк кенә кәрәк. Был йүнәлештә лә төрлө программалар бар, финанс ярҙам төрҙәре күрһәтелә, консультациялар үткәрелә, кредит биреү буйынса аңлатыу эштәре алып барыла. Бөрйәндә туризм, белеүебеҙсә, йәй миҙгелендә генә әүҙемләшә. Бындай “сикләү” ныҡлы үҫешкә килтерә алмай. Туристарҙың тәбиғәт ҡосағына йыл әйләнәһенә килеүен тәьмин итергә кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, инфраструктура булыуы мөһим, ул йәһәттән башҡараһы эш бихисап. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе яғына ҡарай юл сервисын үҫтереү – өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Килгән кешеләр туҡтап ял итеп, туҡланып алһын, төрлө йомоштарын үтәһен, диндәгеләр намаҙ уҡыһын өсөн тейешле мөмкинлектәр, сервис булдырыу кәрәк. Мәмерйәгә илткән юл буйына яғыулыҡ ҡойоу станцияһы ҡуйыу ҙа күптәр тарафынан хупланыр ине. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ туристарға төрлө ҡул эштәрен, етештергән продукцияларын, сувенирҙар тәҡдим итеп торһа ла, байтаҡ табыш аласаҡ.
Ялын Бөрйәндә үткәрергә теләгәндәрҙе йыл әйләнәһенә ҡабул итеүҙе ойошторорға кәрәк, тигәйнем. Был йәһәттән, мәҫәлән, эшҡыуар Рәнис Йәнбирҙиндең тюбинг трассаһы төҙөү ҡарары маҡсатҡа тап килә. Ырғыҙлы ауылында ике уңайлы ҡунаҡ йортонан, бағры үрсетеү хужалығынан торған туристик база хужаһы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хупланған яңы идеяһын быйыл ҡыш тормошҡа ашыра башларға йыйына. Проект уңыш ҡаҙаныр, башҡаларға өлгө булыр тип ышанам.
– Районда башҡараһы барлыҡ эштәрҙе, әлбиттә, уртаҡ маҡсатта тупланып, бергәләп тормошҡа ашырыу талап ителә. Был йәһәттән ниндәйҙер яңылыҡтар, структур үҙгәрештәр планлаштырылмаймы?
– Маҡсатым – халыҡ фекеренә таянып, кәңәшләшеп эшләү, уларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу. Структурала үҙгәреш тигәндән, үҙ бурыстарын белгән тырыш кешеләр, ниндәй генә етәксе ҡуйылмаһын, хеҙмәтен лайыҡлы дауам итәсәк. Һәр кемде эшенә ҡарап баһалайым. Шул уҡ ваҡытта йәштәргә юл асыу кәрәк тип һанайым, уларҙан заманса инициативалар көтәм. Төбәктең, ауылдарҙың киләсәге – йәш быуын ҡулында.
Эшмәкәрлектә яңылыҡтар, әлбиттә, һәр ваҡыт кәрәк. Мәҫәлән, аҙна башында үткән оператив кәңәшмәләрҙең форматын киңәйттем, хәҙер унда ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла саҡырыла. Улар, шулай уҡ урынбаҫарҙарым, бүлек мөдирҙәре, урындағы ойошма-предприятиелар, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ҡатнашлығында тикшерелгән һәр мәсьәләнең үтәлеше өсөн яуаплылар тәғәйенләнә, ваҡыт билдәләнә. Ҡушылған бурыстың нисек тормошҡа ашырылыуы сираттағы кәңәшмәләрҙә ҡарала. Һәр оперативкала ҡарарҙар сығарылырға тейеш. Кәңәшмәлә тикшерелгән мәсьәләләр, улар буйынса ҡуйылған бурыстар, алып барылған эштәр тураһында халыҡ та белһен тигән маҡсатта, социаль селтәрҙәр, райондың “Таң” гәзите аша еткерә барыу дөрөҫ буласаҡ. Кешеләр комментарийҙарҙа үҙ фекерен, кәңәштәрен яҙа аласаҡ. Алда әйткәнемсә, халыҡ мәнфәғәттәре ҡайғыртыласаҡ. Аныҡ план ҡороп, уның үтәлешен контролдә тотоп эш алып барһаң, һис шикһеҙ, һөҙөмтә ыңғай буласаҡ, тип ышанам.
Бөрйәндәрҙе күптән беләм, улар – үҙ ерен яратҡан, ғәҙеллек һөйгән, эшһөйәр, ихлас халыҡ. Әле махсус хәрби операцияға бәйле ҡуйылған бурыстарҙы бөтә ил менән бергә лайыҡлы атҡарып килә улар. Ир-аттың һәр заманда ла Ватан ҡалҡаны булғанын белеп, ауырлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы сабыр күтәреп, дөйөм именлек өсөн көрәшкән яугирҙәребеҙгә хәленән килгәнсә ярҙам итеп, бергәләп гуманитар ылауҙар йыйып ебәреп, тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләп, киләсәктә барыһы ла яҡшы булырына ышанып йәшәй бөрйәндәр.
Ауырлыҡтарҙы йырҙар еңеләйтә, тигәндәй, районда, һәр ваҡыттағыса, рухи-мәҙәни тормош ҡайнап тора. Ҡырҙа йәшәгән яҡташтар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар тыуған төйәгенә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Артабан да ошондай ыңғай мөнәсәбәт һаҡланыр, үҫтерелер тип ышанам. Ғөмүмән, мин Бөрйәнде үҙ итмәгән, яратмаған кешеләрҙе осратҡаным юҡ. Үҙенсәлекле матурлыҡ, серле аһәң, ябай бөйөклөк, йылылыҡ бөркөлөп торған, һәр ташы тарих һөйләгән ҡәҙерле лә, ғорур ҙа төйәк ул. “Бөрйән – республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы”, – тиҙәр. Ошо “йөҙөк ҡашыбыҙ” һәр саҡ балҡып торһон, мәңге һоҡландырһын өсөн бөгөн бергәләп тырышырға, ҡулға-ҡул тотоношоп бик күп эштәр башҡарырға тейешбеҙ.
– Рәмил Миңләхмәт улы, яуаплы хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ!