-Бөрйән район үҙәк дауаханаһында ошо көндәрҙә терроризмға ҡаршы алдан планлаштырылған күнекмәләр үтте. Уның маҡсаты –ихтималлығы булған ғәҙәттән тыш хәлдәргә дауахана хеҙмәткәрҙәренең әҙерлеген күтәреү.
Был күнекмәләр БПЛА атакаһы ихтималлығы менән бәйле.
Күнекмәләргә “зыян күреүселәрҙе” транспортировкалау өсөн ике берәмек техника йәлеп ителде.
“Пациенттар” ҡабул итеү бүлексәһенә алып барылды. Уларҙы терапевтар, хирургтар һәм травматологтар ҡараны. Беренсе кимәлдәге тәүге һәм махсуслаштырылған медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса күнекмәләр үтте.
Күнекмәләр тамамланғас, хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә деталләп анализ яһалды, - тип хәбәр итә үҙенең сәхифәһендә район үҙәк дауаханаһының баш табибы Т. Насыров (фотолар ҙа шул сығанаҡтан алынды).