Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2024, 12:20

Оператив кәңәшмәлә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

18 ноябрҙә үткән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл тикшерелде. Шулай уҡ федераль мәғлүмәт адрес системаһында (ФИАС) эш барышы, муниципаль районда тораҡ пункттар һәм территориаль зоналар сиктәренең урынлашыуын билдәләү буйынса саралар, Бөрйән район ветеринария станцияһының эшмәкәрлеге тураһында мәсьәләләр ҡаралды.

Оператив кәңәшмәлә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
Оператив кәңәшмәлә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

-18 ноябрҙә үткән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл тикшерелде. Шулай уҡ федераль мәғлүмәт адрес системаһында (ФИАС) эш барышы, муниципаль районда тораҡ пункттар һәм территориаль зоналар сиктәренең урынлашыуын билдәләү буйынса саралар, Бөрйән район ветеринария станцияһының эшмәкәрлеге тураһында мәсьәләләр ҡаралды. Әлеге ваҡытта район территорияһында мал һуйыу ваҡытында санитар – эпидемиологик талаптарҙы тәьмин итеү өсөн өҫтәмә һуйыу пункттары йәки майҙансыҡтар ойоштороу кәрәклеге тыуа. Был мәсьәлә айырым контролдә тотоласаҡ. Шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн ҙур хәүеф тыуҙырған контролһеҙ мал көтөү проблемаһына туҡталып үттек. Хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ район халҡынан инцидент менеджмент системаһы аша килгән көнүҙәк һорауҙар тикшерелде. Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, бурыстар ҡуйылды һәм аныҡ үтәү ваҡыты билдәләнде.
Барығыҙға ла уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин үҙенең сәхифәһендә.

Оператив кәңәшмәлә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
Оператив кәңәшмәлә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
Автор:
Читайте нас: