Ендәр тураһында күп яҙалар.
Беҙ элек, бала саҡта ундай нәмәләргә әллә ни ышанып та барманыҡ. Өләсәйҙәр менән үҫһәк тә. Мәктәптә инҡар итеп, "юҡ" тип ышанып үҫкәнгәлер инде. Ә бына олоғайғас, үҙең өсөн ысынбарлыҡты асып, динде өйрәнергә, аңларға тырышып ендәрҙең барлығына ышанаһың.
...Әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәнсе салт зиһен, айыҡ аҡыл менән йәшәне. Тайып ҡолағандан һуң, 4 йыл Сания апайым һәм Камил еҙнәм тәрбиәһендә Иҫке Монасип ауылында йәшәне. Килен булып төшөп, 70 йылдан ашыу йәшәгән Килдеғолон һағынып бер булды. Монасипта 2 йыл йәшәгәндән һуң, атайыма аят уҡытыу өсөн Килдеғолға йыйылдыҡ.
–Ҡыҙым, ошонда ғына килеп мине ҡара инде, – тине әсәйем.
–Юҡ, әсәй,Ҡолғанаға барһаң, ҡарар инем.
– Мин тыуған ауылымда йәки килен булып төшкән ауылымда йәшәргә теләйем. Әйҙә, һин бында кил.
–Һуң, әсәй, балаларға күҙ-ҡолаҡ булыр кәрәк бит...
Әсәйем еңмеш кенә. Әле лә:
–Ҡайтма, ҡал! Һин генә донъяһыҙ кеше бит, – тип еңмешләнде.
Һәм мин, "донъяһыҙ кеше" (кәртәлә буралай һыйыр, быҙау, 7-8 баш һарыҡ, 15-ләгән тауыҡ, баҡса тулы йәшелсә, емеш ҡыуаҡтары, үҙенә күрә виктория еләге, сәселгән кәртүк) Һарағыла әсәйемде ҡарарға тороп ҡалдым. Үпкәләп:
–Әсәй, һуң үҙенә күрә минең дә донъям бар ҙа инде, – тигәнемә
–Эй, башымдан үткән, яңғыҙ һөйрәгән донъя донъя түгел инде ул, саҡ ҡына ир ҡулы теймәһә ҡыйшайып бара, – тип ҡулын ғына һелтәне.
Шунда осраттым мин үҙебеҙ әкиәттәр аша ғына танышҡан заттарҙы. Әсәйемде төпкө бүлмәләге диванға урынлаштырҙыҡ та мин ситке бүлмәлә әсәйем үҙе йоҡлап йөрөгән карауатта йоҡлап йөрөргә булдым. Ситке бүлмәлә ишек төбөндә тағы ла бер карауат бар.
Килдеғол ҙур ғына ауыл. Ауылдаштарымдың барыһына ла ҙур рәхмәт. Ошо 3 айҙан ашыу эсендә хәл белә килмәгән ауылдашым ҡалмағандыр ул, моғайын. Әсәйемдең ҡунаҡтарын ҡаршы алам, әсәйем янына өҫтәлде күсереп алдым да, әсәйем улар менән һөйләшә-һөйләшә тамағына ашап, сәй эсеп ҡала, кәйефе күтәрелә.Ағайым менән еңгәмә, Илшат, Илфат ҡустыларыма, Миләүшә киленгә, Таңсулпаныма, ауыл фельдшерҙары Таңһылыу килен менән Нәйлә ҡыҙыма рәхмәт. Улар ныҡ ҡараштылвр әсәйемде.
...Бына бер мәл хәл белешә килеүселәрҙе оҙаттым да ишек төбөндәге карауатҡа ятып, әҙ генә ял итеп алмаҡсы булдым.
Баш аҫтына булыр тип мендәр ырғыттым да ятырға эйелдем. Ҡапыл... карауаттан күҙгә күренер-күренмәҫ кенә булып бер шәүлә кеүек нәмә ҡалҡынды ла юҡҡа сыҡты. Мин ҡурҡышымдан ҡысҡырып ебәрҙем. Әсәйем төпкө яҡтан ҡысҡыра:
–Зәйтүнә, кем менән ирешәһең ул, әллә берәйһен үткәрмәй тораһыңмы?
–Юҡ, әсәй, тайып киттем, – тим.
–Һе, ипләңкерәп йөрө, мине күрмәйһеңме ни? Ҡолап имгәнеп ултырам бит.
–Ярай, әсәй, – тип тиҙ генә янына сыҡтым. Әммә шәүлә тураһында бер ни әйтмәнем.
Борсолоп ултырмаһын тип уйланым.
...Бер төндә кемдеңдер ипләп кенә тәҙрә шаҡыуына уянып киттем. Тын алырға ла ҡурҡып ятам. Шаҡыу ҡабатланмағас, тороп тәҙрәнән ҡарарға йөрьәт иттем. Унда теге шәүлә тора, был юлы асығыраҡ күренә, кешегә оҡшаған. Мин уны кеше, тип уйлап, иҫем дә китмәҫ ине, койкалағы шәүлә иҫкә төшә.
... Июнь, ураҙа айы. Оҙон йәйге көн. Килдеғолда ихлас ураҙа тоталар. Ауыҙ асырға бер береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр, мине лә саҡыралар. Тәүҙә бер-ике ҡунаҡҡа барманым, әммә әсәйем үҙе – мине тәрбиәләп йоҡларға һал да бер ҡунаҡтан да ҡалма, чтобы, һиңә лә ял кәрәк, тигәс, йөрөргә булдым. Әсәйемде тәрбиәләп йоҡларға һалам да үҙем ҡунаҡҡа китәм. Әллә ни оҙаҡламаҫҡа тырышып, ҡайтам. Әсәйем йоҡламай мине көтөп ята, һәр ҡунаҡҡа саҡырыусы уға ауыҙ итергә аш, күстәнәс биреп ҡайтара. Янында ултырып, һөйләшә-һөйләшә уға аят ашы ауыҙ иттерәм. Эй һөйләшергә ярата ине әсәйем.
Ураҙа бөтөргә лә күп ҡалманы. Һуңғы көндәрҙең береһендә ҡунаҡтан ҡайтыуыма әсәйем:
–Бөгөн, һин киткәс баш осома бер нәмә килеп ултырып алды ла һис китмәй, доға ла уҡып ҡараным, әрләп ҡыуып та ҡараным – китмәне. Һин ишекте асҡас ҡына юҡҡа сыҡты, – тине. Икенсе, өсөнсө көнө мин ҡунаҡҡа барманым.
Тик ул бүтәнсә күренмәне. Тағы ла сәйерерәк ваҡиғалар башланды. Бер көн шулай янында ултырһам, миңә әйтә:
–Тыңла әле, ҡыҙым, Мәрхәбә йырлай.
Мин тыңлайым, әммә миңә ишетелмәй.
–Ниндәй Мәрхәбә ул? – тип һорайым ипләп кенә.
–Беҙ уның менән яңы таныштыҡ, әле стенаның теге яғынан йырлай. Дуҫлаштыҡ, гел минең йәш саҡта йырлаған таҡмаҡтарым бит әле ул.
Ана миңә лә ҡушылып йырларға әйтә, юҡ, мин ҡушылмайым, оялмай ауыҙ күтәреп йырлап ултырмаға ни, – тип ҡуя әсәйем.
Мин ул нәмәнең минең күҙемә күренгән шәүлә икәнен аңлайым, тик миңә уның көйләгән тауышы ишетелмәй.
Эстән генә, өй эйәһеме икән, әллә енме икән, тип уйлайым.
Әсәйем дә сүрәләр уҡып, доғалар әйтеп үҙен өшкөрөп ала һәм тынысланып йоҡлап китә...
Икебеҙ бергә саҡта ул сәйер нәмә беҙҙе борсоманы, әммә әсәйемдең яңғыҙын ҡалдырһаң, янына килә һалып етер ине.
Ә Мәрхәбә әсәйемә эйәреп, Иҫке Монасипҡа киткән, шикелле, сөнки апайым да әсәйемә ара-тирә Мәрхәбә көйләп ала, ти торған ине. Шул көйләүҙән башҡа уның бер зыяны ла теймәне беҙгә.
Зәйтүнә Айытбаева, Ҡолғана ауылы.