-Үткән аҙнала “Алағуян” муниципаль-унитар предприятиеһы эшмәкәрлеге менән таныштым.
Хеҙмәткәрҙәр менән осрашыу барышында көнүҙәк һорауҙарға, шул иҫәптән предприятиеның ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге, һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын өҙлөкһөҙ эшләтеү мәсьәләләренә туҡталып үттек.
Исламбай ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһының эш шарттары, матди-техник базаһы, хеҙмәткәрҙәрҙе борсоған һорауҙар менән таныштым. Шулай уҡ күпер төҙөлөшөнөң барышын ҡарап, хәл итә торған мәсьәләләр барланды.
Сәфәр барышында юл ремонтлау-төҙөү идаралығына Исламбай, Брәтәк ауылдарына илткән юлдарға иғтибар бирергә, ҡарҙан таҙартыу сараһын күрергә күрһәтмәләр бирҙем. Урындағы юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоу мотлаҡ, - тип хәбәр итә Рәмил Миңлеәхмәт улы сәхифәһендә.