«Башҡортостан» милли паркында яңы маршруттың исеме Айыу ҡутарған тип атала. Ул Ағиҙел йылғаһы буйындағы «Антон ҡаяһы» кемпингынан башлана.
Өс саҡрымлыҡ экоһуҡмаҡ буйлап ошо уҡ исемле тауға артылырға мөмкин. Тау башында иһә хозур тәбиғәт күренеше асыла.
Йәйге туристик миҙгел башланыуға мәғлүмәт таҡталары, күрһәткестәр ҡуйыла, ял итеү өсөн урындар әҙерләнә.
«Экоһуҡмаҡтан үҙаллы үтергә була, экскурсовод менән йөрөгәндә ошо урындарҙың тарихын белергә, тау аҫтындағы мәмерйәне, бейеклеге бер метрға етә яҙған ҡырмыҫҡа ояларын күрергә мөмкин», — тип хәбәр итәләр «Башҡортостан» милли паркының телеграм-каналында.