Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 09:20

Бөрйән килене Гран-при яуланы

“Байыҡ” бейеү бәйгеһендә үҙебеҙҙең Бөрйән бейеүселәре менән бер рәттән Бөрйән килене лә соло номинацияһында еңеү яуланы. Ул – Нәби ауылында йәшәүсе Сәйҙә апай Йомағужинаның улы Айсарҙың кәләше – Гөлфинә Йомағужина. Йәштәр Учалыла йәшәй. Киленде лә ҡотлайыҡ һәм уңыштар теләйек.

Бөрйән килене Гран-при яуланы
Бөрйән килене Гран-при яуланы

-Ҙур, оло рәхмәт ойоштороусыларға, беҙҙең хөрмәтле Рита Рәшит ҡыҙына.
Ҙур еңеүемде миндә бәләкәстән сәнғәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтергән, уҡытҡан әсәйем Лилиә Ғәлинаға, һәр эшемдә миңә терәк-таяныс булып ярҙам итеүсе тормош иптәшем Айсар Йомағужинға, әсәй ҡарынында уҡ “Байыҡ” тип бәләкәстән бергә йөрөгән балаларыма, минең сәнғәтемде яратып, күҙәтеп, кәңәштәрен биреп, маҡтап тороусы ҡәйнәм Сәйҙә Йомағужинаға, хуплап, дәртләндереп тороусы туғандарыма, дуҫтарыма бағышлайым! – ти Гөлфинә.

Киләсәктә лә уңыштар һиңә, Бөрйән килене!

Бөрйән килене Гран-при яуланы
Бөрйән килене Гран-при яуланы
Бөрйән килене Гран-при яуланы
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: