Бөгөн, 17 ноябрҙә, Халыҡ-ара студенттар көнө билдәләнә.
Районда берҙән-бер уҡыу йорто һаналған Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғолдағы филиалы студенттарының көнитмеше менән таныштыҡ.
Филиалда Бөрйән, Белорет, Учалы райондарынан 137 бала белем һәм һөнәр ала. Шуларҙың 50-һе - 1-се курс, 87-һе сығарылыш курс студенттары. Уларҙан тыш һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 12 бала “Ағастан художестволы изделиелар эшләүсе” төркөмөндә уҡый.
Студенттар “Тракторсы-машинист”, “Ағастан художетсволы изделиелар эшләүсе”, “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры”, “Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү мастеры” һөнәрҙәрен үҙләштерә.
“Ауыл хужалығы производствоһы мастеры” төркөмөндә уҡыусылар төп һөнәрҙән тыш, трактор йөрөтөүгә “В”,“С”, “D”, “Е”, “F” категорияларына һәм еңел автомобиль йөрөтөүгә “В” категорияһына уҡып сыға. “Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү мастеры” төркөмө студенттары автомобиль ремонтлау слесаре һөнәренә һәм еңел автомобиль йөрөтөү категорияһына уҡыуҙан тыш, тегенсе, ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә ала. Сығарылыш имтихандарын студенттар Баймаҡ ҡалаһында тапшыра. Колледжда уҡыу тулыһынса бушлай. Яҡшы уҡыған студенттарға стипендия түләнә.
Ятаҡта йәшәргә теләүселәргә дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкән, етем, ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай ашатыу һәм бушлай ятаҡта йәшәтеү ҡаралған. Быйылғы уҡыу йылында студенттар менән тәрбиәсе булып Сәмәрә Әхәт ҡыҙы Хәлитова эшләй. Ул тәрбиәләнеүселәр менән уртак тел табып, буш ваҡыттарында төрлө түңәрәктәргә, сараларға ылыҡтыра. Әлеге ваҡытта үҫмерҙәр уҡытыусылары менән бергә ятаҡ бинаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға маскировка селтәре үрә башлаған. Әйткәндәй, гуманитар ярҙам йыйыуға ла улар бик әүҙем тотона. Сөнки яуҙа йөрөгән егеттәрҙең күбеһе колледжда уҡып сыҡҡан. Колледж коллективы студенттар менән бергә егеттәрҙең һәр ҡайһыһына бер нисә тапҡыр исемләп посылка эшләгәндәр, һалдаттарға хаттар яҙғандар, уларҙың имен-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйҙәр.
Колледжда тәрбиәүи сараларға ҙур иғтибар бүленә. Даими рәүештә насар ғәҙәттәр тураһында, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса класс сәғәттәре, мәғлүмәт сәғәттәре, иҫкәртеү саралары, тематик аҙналыҡтар үтә. Педагогтар ПДН, КДН, нарколог, психологтар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, осрашыуҙар ойоштора. Календарь байрамдарҙы ла билдәләп, саралар үткәрәләр, район, республика акцияларында, конкурстарҙа ҡатнашалар. Мәҫәлән, Илназ Маликов “Һөнәрмәндәр” республика чемпионатында, 3-сө, Фәиз Мырҙабаев башҡорт теле буйынса олимпиадала 2-се, Ғәлинур Шәһивәлиев Бөтә Рәсәй эссе конкурсында 2-се, Руслан Абдуллин Халыҡ-ара 14-се Урал батыр конкурсында 2-се урын алыуға өлгәшкән. Әлеге ваҡытта Байрас Ибраһимов “Абилимпикс”, Лилиә Арыҫланбаева менән Рушана Нуритдинова “Һөнәрмәндәр” конкурсына әҙерләнә.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн айырым төркөм булдырылған - 12 бала “Ағастан художестволы изделиелар эшләүсе”гә уҡый. Уларҙың етәкселәре, колледждың социаль педагогы Динә Ҡотлоғәлләмова үҙенсәлекле балаларҙың үҙ тәңгәлдәрендә тырыш булыуҙарын, уҡырға ынтылып тороуҙарын билдәләне. 12 баланың 10-ауһы Үҙән балалар йортонан килгән. Ошо төркөмдә белем алыусы Рида Усмановаға колледжда уҡыу, бигерәк тә практика оҡшай. Киләсәктә умартасы булырға хыяллана.
“Тракторсы-машинист” төркөмө студенты, Ҡолғана ауылынан Байегет Айытбаев техника менән яҡындан танышыу, водитель таныҡлығы алыу өсөн уҡырға килгән. Үҙебеҙҙә тракторҙа йөрөргә яратам, атай-әсәйемә бесән эшләшәм, ти ятаҡта староста булып йөрөүе гете. Кейекбайҙан Фәнгиз Сәғитовҡа ла колледжда уҡыу оҡшай. Егеттәрҙең икеһенең дә маҡсаттары аныҡ һәм бик мөһим – колледжды тамамлап, армияға барып ҡайтыу, бер аҙ аҡса эшләгәс, кәләш алып донъя ҡороу. Баҙал биҫтәһенән йөрөп уҡыусы Динислам Ғәбитовтың да техника менән ҡыҙыҡһыныуы бик көслө. “Киләсәктә ауылда йәшәргә уйлайым, ә ауылда техникаһыҙ булмай. Мастер Фәрит Рифҡәт улы Ғизуллин беҙгә тракторҙың төҙөлөшө һәм уны ремонтлауҙы өйрәтә. Белемемде аграр университетта дауам итергә уйлайым”, ти ул.
“Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү мастеры” төркөмөнөң 1-се курс студенты, Яуымбайҙан Фәнил Буранбаевтың яҡындарының барыһы ла - әсәһе, атаһы, апайы, ағайҙары ошо уҡыу йортон тамамлаған икән. Фәнил ағаһы кеүек медбрат булырға ниәтләгән. Колледжға, машина алһам, уны үҙем ремонтлай белергә тейешмен, тип уҡырға килгән. Автомеханикка уҡып йөрөгән ҡыҙҙар ҙа бар. Шуларҙың береһе - Гөлзифа Исхаҡова. Водитель таныҡлығына һәм ашнаҡсы һөнәренә уҡып, кафела йәки балалар баҡсаһында эшләргә теләй.
Студенттар менән 9 хеҙмәткәр – 5 педагог, 2 мастер, 1 тәрбиәсе һәм социаль педагог эшләй. Филиал менән 1997 йылдан Таһир Йәноҙаҡ улы Юлчурин етәкселек итә. Хеҙмәтен оҙаҡ йылдар ошо колледж менән бәйләгән мастер Сәриә Фауарис ҡыҙы Бикмөхәмәтованың колледжда эшләүенә 36 йыл. Директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Лилиә Наил ҡыҙы Кульчикованың да студенттар менән эшләүенә 20 йыл тулған. Үҫмерҙәрҙә күп йылдар туған телгә, китапҡа һөйөү тәрбиәләгән Венера Әхтәр ҡыҙы Бикбаева быйыл БР Башлығының Почет грамотаһына лайыҡ булған.
Колледжда уҡыусылар быйыл ҙур шатлыҡ кисерҙе. Уҡыу йорто янында ҙур, заманса спорт майҙансығы булдырылды. Буш ваҡыттарында, физкультура дәрестәрендә бында теләп шөғөлләнә улар. Физкультура уҡытыусыһы Юлай Уразаев дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп үткәрә. Тракторҙа, автомобилдә йөрөү серҙәренә Мастер Ғәйсәр Вәлиев төшөндөрә.
Колледжды бер-нисә һөнәр үҙләштереп тамамлаған егет-ҡыҙҙарҙың эшһеҙ ҡалмаясағына шик юҡ. Колледжды тамамалаусылылар кафеларҙа, мәктәп ашханаларында, автосервиста, такси хеҙмәтендә һәм башҡа хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй, юғары уҡыу йортона инеүселәр ҙә бихисап. Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә илебеҙҙең лайыҡлы граждандары, хеҙмәт кешеләре булып йәшәргә яҙһын.