Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 08:30

Һөйләшеү темаһы - армияға көҙгө саҡырылыш

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин көҙгө саҡырылыш кампанияһы мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Һөйләшеү темаһы - армияға көҙгө саҡырылыш
Һөйләшеү темаһы - армияға көҙгө саҡырылыш

 -Районда көҙгө саҡырылыш кампанияһы барышы тураһында кәңәшмә үткәрҙем. Кәңәшмәлә Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссар Сергей Захаров ҡатнашты.

Кәңәшмә һөҙөмтәләренән сығып, граждандарҙы уларҙың саҡырылыш кампанияһы сиктәрендәге хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итеү мотлаҡ икәнлеген әйтеп үткем килә. Шулай уҡ саҡырылыш кампанияһы өсөн яуаплыларға эш барышын ныҡлы контролгә алырға, ведомстволарҙы үҙ-ара бәйләнеште нығытырға саҡырам, - ти район етәксеһе.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: