Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 09:10

Ялдарҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошо хаҡында фараз бирҙе.

Ялдарҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?
Ялдарҙа ниндәй һауа торошо көтөлә?

Бөгөн, 15 ноябрҙә, болотло һауа торошо көтөлә. Ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр рәүешендә яуым-төшөм булыуы, айырым райондарҙа юлдарҙың боҙланыуы ихтимал. Көндөҙ һауа торошо +1, -4 градус тирәһе.

Шәмбе, 16 ноябрҙә, еүеш ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр күҙаллана. Айырым райондарҙа ҡарҙың электр сымдарына һәм ағас ботаҡтарына һарылыуы, юлдарҙың тайғаҡ булыу ихтималлығы юғары. Һауа температураһы шул уҡ кимәлдә.

Йәкшәмбе, 17 ноябрҙә, һауа торошонда артыҡ үҙгәреш көтөлмәй. Шулай уҡ ҡар һәм ямғыр, ҡайһы бер райондарҙа юлдарҙың боҙланыуы, төндә 0, -5 градус тирәһе, көндөҙ +2, -3 градус фаразлана.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: