Мин иҫләгәндән алып беҙ, леспромхоз эшселәре, диләнкәләрҙә бесән әҙерләнек. Яланда бесән эшләү тигән уй хыялда ла булмағандыр. Ағасы ҡырҡылған диләнкәнең ҡыйҙарын таҙалап, үҙебеҙсә сабынлыҡҡа әйләндереп алыуыбыҙ ҙа була, лесхоз шул ерҙәргә ағас ултыртып та китә. Ярай, бураҙналап һөрһәләр әллә ни ҡурҡынысы ла юҡ кеүек, ә бына урыны-урыны менән һөрөп (майҙансыҡ эшләп) ағас ултыртһалар, ыҙалап таҙалап алған сабынлыҡтың яртыһы юҡҡа сыға.
Мин белгәндән алып беҙҙең бесән әҙерләгән Тәрән ятыу һыртындағы сабынлыҡтарҙағы ҡарағай үҫентеләре ҙурайып, күләгә яһай башлағас, үлән дә шыйығайҙы, булған ғына йоҡа бакуйҙарҙы киптереүе лә ауырлашты. Атайым яңы сабынлыҡтар эҙләп йөрөп, Бүреғарт һыртында леспромхоздың ағасы ҡырҡылған ҙур диләнәкәһен табып алды.
Диләнкәнең майҙаны ҙур ғына, атайым, Фәнил ҡустым һәм минән тыш, бында Фәүриә, Бикә апайымдарҙың һәм Миңнур һеңлемдең ғаиләләренә лә сабынлыҡ булды. Кордон ауылынан да байтаҡтар бында сабынлыҡ эшләп алдылар. Беҙҙән өҫтә Исмәғил ағай, түбәндә Фирғәт, тағы ла эргәлә Фәрит, Марат ағайҙар һәм Әсхәт сабынлыҡлы булды. Диләнкә бысраҡ, ҡайҙа ҡарама ағас ҡалдыҡтары, әммә малдар тапамай, сөнки эргәлә «Урал» колхозының сәсеүлеге - малдар уның кәртәһе аша үтә алмай. Яйлап, йыл һайын ул ерҙең ҡыйҙарын өйөп, ямғыр мәлендә уларҙы үртәп, урыны менән сауҡаларын ҡырҡып, арыу ғына сабынлыҡҡа әйләндерҙек. Таҙартҡанды ғына көткән кеүек, лесхоз ерҙе һөрөп, ағас ултыртып та китте.
Тәүге йылдары ҙур ҡыуыш эшләп алдыҡ. Ҡыуыш беҙҙең өсөн ямғырҙан һаҡланыу урыны ғына түгел, ҡайһы берәүҙәребеҙ йоҡларға ла ҡала инек. Сабынлыҡ ауылға яҡын булһа ла (матас менән 15 минутлыҡ юл), йоҡларға ҡалһаң, киске һәм иртәнге һалҡындарҙа рәхәтләнеп бесән сабырға була. Тағы ла ауылдан өй мәшәҡәттәренән арынып килеп еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтә лә китә.
Мин һарайҙың ҡыйығын алмаштырғайным, шуның бөтөнөрәк таҡталарын сабынлыҡҡа килтереп, аласыҡ эшләп ҡуйҙыҡ. Аласыҡ янына өҫтәл дә этмәләгәс, ҡәҙимге йәйләү урынына әйләнде. Һәр ҡайныһы үҙенең билмәһендә бесән эшләһә лә, табын бергә - аласыҡ янындағы өҫтәлдә булды. Ә бесәнселәр һаны уртаса 8-10 булһа, ҡайһы саҡта 15-кә хәтлем йыйылып китәбеҙ. Ямғыр яуһа, аласыҡтың киң урындығында сәй эсәбеҙ. Аласыҡ булғас, йоҡларға ҡалыусылар ҙа күбәйҙе - 5-6 кеше ҡала ҡайһы саҡта.
Атайым бесән бөткәндән һуң да, аласыҡта йәшәп, тағы ла бер кәбәнлек бесән әҙерләй ине.
Колхоз яйлап тарҡалыуға бара башлағас, баҫыуҙы ҡараусы ла булмай башланы. Ә баҫыу беҙҙең өсөн «буфер зонаһы» ролен башҡара ине. Кәртә булмағас, Һарағы ауылы малдары йәй буйы беҙҙең сабынлыҡтарҙы тапай. Һөҙөмтәлә, бесәндең сығышы ҡырҡа кәмене. Ахыры, икенсе яҡтан сабынлыҡ эҙләргә тура килде.
Яңыраҡ ҡатыным Земфира менән урманға сыҡҡайныҡ. Бүреғарт яғындараҡ йөрөгәс, элекке сабынлығыбыҙҙы барып күрергә булып киттек. Көҙ ҡоро торғас, юл еңел машина менән үтерлек. Күптән был яҡтарҙа булғаныбыҙ юҡ ине. Баҫыуҙың ҡайһы бер урындарын кәртәләп алғандар, ҡалған ерҙәрен бешә баҫҡан. Иң тулҡынландырғыс мәл 26 йыл элек тотонолған таҡталарҙан эшләнгән аласыҡтың һаман да емерелмәй ултырыуын күреү булғандыр. Тыштағы өҫтәл, эскәмйәләр сереп ҡолап, аласыҡтың ҡыйығы тишкеләнеп бөтһә лә, башҡа һәр нәмә үҙ урынында - урындыҡтар, һауыт-һаба өсөн кәштә, һөт, майҙарҙы һаҡлау өсөн ҡаҙылған соҡор...
Күҙ алдына шул матур мәлдәр баҫа. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан сиратлап берәү ашарға бешерә лә, һыҙғырып, табынға саҡыра. Сабынлыҡтың төрлө урындарынан «ишеттек» тип яуап биреп һыҙғырышалар.
Күмәкләшеп күңелле итеп табын артында ултырыуҙар иҫтә... Аштан һуң кемдер аласыҡта серем итә, берәү салғы сүкей, тырма эшләй. Кемдер ҡайын туҙынан сөлтөрҙәк эшләнгән шишмәгә һыуға барып килә. Эргәлә атайымдың ҡолонло бейәһе йөрөй. Гел кеше янында булғас, ҡолондары ла ҡурҡмай, килеп иркәләнеп китә.
Бер мәл ашарға ултырғайныҡ, ҡапыл ҡара болот килеп сығып, ямғыр һибәләй башланы. Күмәкләшеп һикереп тороп, тарттырылған күбәләрҙән 15 минут эсендә тигәндәй минең кәбәнде ҡойоп ҡуйҙыҡ.
Төнгөлөккә ҡалғанда, ҙур итеп усаҡ яғып, шуның тирәләй оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырыуҙар ныҡ матур хәтирә булып йәшәй күңелдә. Фәниә апайымдың малайҙары Заһит һәм Айгиз ҡустыларымдың бәләкәй генә көйөнсә иртә бесән саба башлауҙары, Заһит ҡустымдың күгәүен талауына түҙмәй, тыңламаған ат менән күбә тарттырыуҙары, Айгиз ҡустымдың, һеҙҙең арҡала һағыҙаҡтан сағылдым, тип, үсегеп, ике сәғәт буйы ҡолаған еренән тормай ятыуы һаман күҙ алдында.
3 кенә йәшлек Фәнзил улымдың нисектер күҙ уңынан ысҡынып сығып китеп аҙашыуы үҙе бер ваҡиға булғайны. Бесән ҡайғыһы китте. Күмәкләшеп ике сәғәт буйы уны эҙләнек. Күрше сабынлыҡтағы Әсхәт матасына атланып эҙләшергә сығып, улымды бер саҡрым алыҫлыҡтағы сабынлыҡтан табып килтергәйне - үлән араһынан башы ғына күренеп китеп барған улымды Һарағы ауылы бесәнселәре тотоп алған.
Атайымдың да һуңғы төйәге ошонда булды. Һуңғы йылдары ауырыған атайым, май айы башында сабынлыҡтарҙы ҡарарға булғанмы, һыбай шунда йөрөгән. Эйәр урынына атының арҡаһына бесән тултырылған тоҡ бәйләп алған булған. Аҫтындағы тоғо ҡатыраҡ тойолғандыр, шуға минең кәртәле аҙау кәбәндән бесән йолҡорға булғандыр инде. Шул ерҙә генә йән биргән... Һарағынан берәү атын күреп ҡалып, барып сыҡҡан. Беҙ барғанда атайым бесән тултырылған тоғон тотоп, кәбән төбөндә ята ине. Аты, бахыр, хужаһын ташламай, эргәлә тора...
...Сабынлыҡтағы иҫке генә аласыҡ бына шулай әллә күпме хәтирәләргә төшөрҙө.
Фәрзәт Ҡаһарманов.