Йәмғиәт
14 Ноябрь 2024, 03:45

Район етәксеһе юл тармағы етәкселәре менән осрашты

14 ноябрҙә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Әбйәлил юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Ринат Аҡсурин һәм идаралыҡтың Бөрйән районындағы участкаһының баш инженеры Даян Ҡаһарманов менән осрашты.

Район етәксеһе юл тармағы етәкселәре менән осраштыРайон етәксеһе юл тармағы етәкселәре менән осрашты
Район етәксеһе юл тармағы етәкселәре менән осрашты

-Һөйләшеү барышында ҡышҡы шарттарҙа район автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, техниканы ремонтлау, уларҙы ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Әлеге көндә техникаға тәгәрмәстәр алыу өсөн 1 миллион һум күләмендә финанс бүленде, өҫтәп 5 тонна яғыулыҡ материалдары бирелде.

Әлбиттә, төп һорауҙарҙың береһе - кадрҙар мәсьәләһе. Ойошмаға грейдерсылар, трактористар, В һәм С категориялы водителдәр талап ителә. Осрашыу барышында билдәләнгән мөһим һорауҙарҙы ыңғай хәл итеү юлдарын табып, бергәләп эшләрбеҙ, тип килешелде, - ти район етәксеһе.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас