Янһары ауылында өс бисәле бер бай йәшәгән. Шул уҡ ауыл-
да бер ярлының Инсебикә исемле сибәр ҡыҙы үҫеп килә икән.
Байҙың күҙе ҡыҙға төшкән. Бай етмеш йәштәр тирәһендә, Инсебикәгә бары ун өс йәш, ти.
Етмәһә, ҡыҙҙың яратып йөрөгән егете булған. Инсебикәнең малға ҡыҙған атаһы ҡыҙын байға һата - уны дүртенсе бисәлеккә бирергә килешә.
Ҡыҙ ризалашмай. Ата-әсәһенән байға һатмауҙарын, һөйгән
егетенә биреүен үтенеп һорай. Атаһы элекке һүҙенән ҡайтмағас, Инсебикә урманға ҡаса. Уны эҙләй сығалар. Килә-килә бер тауыш ишетәләр. Бер аҡланға килеп сыҡһалар, Ағиҙелдең иң бейек һәм текә ҡая башында аяҡтарын һалындырып ҡыҙҙары ултыра, үҙе моңланып йыр йырлай, ти. Һүҙҙәрен дә асыҡ ишетәләр:
Ағиҙелдең ҡаялары бейек,
Ыласын ҡоштар унда оялай.
Ата-әсәм мине һатмаҡсылар
Ас тамаҡҡайҙары туялмай.
Йәмле Ағиҙелкәй, яҡты донъя
Кемдәр өсөн генә ҡала икән,
Бәхетлеләр бармы-юҡмы икән,
Минең яҙмышҡайым ҡара икән...
Шулай тип йырлап бөтөр-бөтмәҫ сағында, Инсебикә янына
етеп, тотоп ҡына алабыҙ тигәндә, ҡыҙ ҡапыл һикереп торған да текә ҡаянан Ағиҙел упҡынына һикергән. Шунан халыҡ был таш ҡаяны Инсебикәташ тип атап йөрөтә башлаған.
1979 йылда Бөрйән р-ны Иҫке Собханғол ауылында
М. Ш. Сәйетбатталовтан (1909 йылғы) Ғ. Б. Хөсәйенов яҙып алған.
(Ҡыҙыҡлы топонимика)