Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь , 14:55

ФАП-та телемедицина консультацияһы ла бар

Юлдаш телеканалы Яңы Собханғол фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Мырҙабаева Юлиә Рафиҡ ҡыҙының көндәлек эш барышы тураһында репортаж яһаған.

ФАП-та телемедицина консультацияһы ла бар
ФАП-та телемедицина консультацияһы ла бар

-“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы сиктәрендә төҙөлгән модулле ФАП бөгөнгө заман талаптарына тулыһынса яуап бирә.

Унда фельдшер кабинеты, прививкалар яһау өсөн кабинет, сират көтөү урыны һәм башҡа хужалыҡ өсөн кәрәк булған бүлмәләр бар. Мөмкинлектәре сикләнгән аҙ мобилле кешеләр өсөн бинаға инеүҙе тәьмин итеү өсөн пандус ҡуйылған.

Шулай уҡ район үҙәк дауаханаһы белгестәре менән телемедицина консультацияһы үткәреү мөмкинлеге булдырылған. Ауылда бындай медицина ярҙамы  ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға һәм медицина хеҙмәтенең сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә, - тип хәбәр итә үҙенең сәхифәһендә район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров.

ФАП-та телемедицина консультацияһы ла бар
ФАП-та телемедицина консультацияһы ла бар
ФАП-та телемедицина консультацияһы ла бар
ФАП-та телемедицина консультацияһы ла бар
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: